

Салауат районы Тирмән ауылында тыуып үҫкән Ғәбиҙулла Зарипов – әҙәбиәткә уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында аяҡ баҫҡан шағир. Уның ижад емештәре фекер ҡыйыулығы, фәлсәфәүи тәрәнлеге, тура һүҙлелеге, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләренә мөрәжәғәт итеп, үҙенсәлекле образдар тыуҙырыуы менән айырылып тора.