

Әлеге көн уңайынан бөгөн төрлө саралар үтәсәк. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиаттарға диплом тапшырыу тантанаһы ойошторола, бөйөк мәғрифәтсебеҙ һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ. 14 – 16 декабрҙә әлеге юғары уҡыу йортонда Милли педагогик форум да үтәсәк.
Башҡорт теле көнөндә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла уҙасаҡ. Быйыл бәйгелә 200 ҡатнашыусынан ғаризалар ҡабул ителгән: 3-әүһе – сит илдән һәм Рәсәйҙең 7 төбәгенән 1 мең 20 эш конкурста ҡатнашҡан. Сараға килеүселәргә халыҡ кейеме элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк, лауреаттарҙың эштәренән күргәҙмә лә тәҡдим ителә. Еңеүселәр «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция», «Заманса автор костюмы», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли биҙәүестәре», «Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары» номинацияларында бүләкләнәсәк.
Был иҫтәлекле көн республикабыҙҙа ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә лә билдәләнәсәк. Саралар Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь крайы, Свердлов, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә үтәсәк, уларҙы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре ойошторасаҡ.
Әйткәндәй, байрам алдынан «Ете аҙым» марафоны ойошторолдо, унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, ҡала, район башлыҡтары һәм теләгән һәр кем әүҙем ҡатнашты.
– Быйыл Башҡорт теле көнө тағы бер мөһим ваҡиға – башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу көнө менән тап килә. Шуға күрә Башҡорт теле көнөн билдәләү идеяһы Аҡмулланың «Нәсихәттәр»ендәге әхлаҡи ҡиммәттәрҙе танып белеүгә һәм популярлаштырыуға бағышланған сараларға нигеҙләнде, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов.
Фото: интернет селтәренән.