+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
14 Декабрь 2021, 11:02

Башҡорт теле көнөндә матур тамашалар күрһәтеләсәк

Башҡорт теле көнөндә баш ҡалабыҙҙағы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бинаһында һәм уның социаль селтәрҙәрендә ҡуйылған  матур тамашаларҙы күрмәй ҡалмағыҙ.

Башҡорт теле көнөндә матур тамашалар күрһәтеләсәк
Башҡорт теле көнөндә матур тамашалар күрһәтеләсәк

Яңыраҡ ҡына Чебоксар ҡалаһында үткән «Иҙел буйы әкиәте» фестивалендә «Йәш тамашасы өсөн иң яҡшы спектакль» исеменә лайыҡ булған Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың «Арба» әкиәте иртәнге сәғәт 11-ҙә күрһәтелгәйне. Уны ҡарап өлгөрмәгәндәр был спектаклде көндөҙгө сәғәт 3-тә  «Культура РФ.» порталында онлайн ҡарай ала.

Көндөҙгө ваҡытта  социаль селтәрҙәрҙә башҡорт шағирҙарының шиғырҙары театр актёрҙары башҡарыуында видеояҙмаларҙа урын аласаҡ. Киске cәғәт 6-ла яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың «Урал иле» әкиәте видеояҙмаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Дәүләтбаева башҡарыуында театрҙың YouTube каналында һәм социаль селтәрҙәрендә күрергә мөмкин буласаҡ.

Киске сәғәт 7-лә Наил Ғәйетбай пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ғашиҡтар көнө» музыкаль комедияһы күрһәтеләсәк.

Театрҙың әҙәбиәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, спектаклдәргә билеттарҙы Пушкин картаһы менән дә алырға була. Шулай уҡ һаҡланыу саралары хаҡында ла оноторға ярамай.

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: