+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
21 Декабрь 2021, 14:08

Яңы йыл программаһы билдәле булды

Республикабыҙҙа туризмды үҫтереү үҙәге Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында «TERRA Ҡыш – 2022» Яңы йыл фестивален ойоштора. Был фестивалгә ярашлы, дүрт көн буйына тылсымлы байрам көндәре уҙғарыу планлаштырыла. 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә  Коммунистик урамы буйлап «Ҡунаҡһарай» эргәһендә баш ҡала халҡын концерт программаһы көтә. Ойоштороусылар отоштар, уйындар үткәрәсәк, флешмоб та, бүләктәр ҙә күп буласаҡ.  

Яңы йыл программаһы билдәле булды
Яңы йыл программаһы билдәле булды

Төнгө сәғәт 12 тулғас, урамда ҙур экрандарҙан республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауҙары яңғыраясаҡ. Унан һуң байрам дискотекаһы төнгө сәғәт 3-кә тиклем дауам итәсәк. Программала Башҡортостан һәм Татарстан йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Шоуҙың хедлайнеры – «Мираж» төркөмө.

Ә 1 ғинуарҙа Өфөлә йолаға әйләнгән «Вәғәҙәләр йүгереүе» тигән сара уҙғарыласаҡ. Бында ҡатнашыусылар алдағы йылға үҙҙәренә һәм бөтә донъяға нимәлер вәғәҙәләп, маҡсатына ҡарай йүгерәсәк. Был йүгереү «Ҡунаҡһарай» биләмәһендә ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса: ilovesupersport.com  теркәлергә кәрәк.

Был көндө ошонда уҡ Яңы йыл карнавалы ла үтәсәк. «АРТ-Квадрат»та бейеүҙәр, уйындар, музыка һәм ысын карнавал көтөлә. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнәсәк. Уларҙы бүләктәр ҙә көтө. Иң төп приз – iPhone 13. Конкурс көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Ҡатнашыусылар ошо һылтанма буйынса: https://www.terra-zima.ru/events/vserossiyskiy-konkurs-karnavalnykh-kostyumov-2022 теркәлә ала.

2 ғинуарҙа «Ҡунаҡһарай»ҙа Ҡышҡы һабантуй ҙа буласаҡ. Ул көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы милли уйындар, атта йөрөү, тоҡ менән һуғышыу һәм башҡа ҡыҙыҡтар көтә. Был көндө "Самауырҙар" конкурсы ла ойошторола. Унда республикабыҙҙың иң шәп самауырсылары ҡатнашасаҡ. Еңеүсегә 50 мең һумлыҡ приз биреләсәк. Ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса:  https://www.terra-zima.ru/events/vserossiyskiy-konkurs-samovarov-2022 теркәлергә кәрәк.

3 ғинуарҙа Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парадынан ситтә ҡалмағыҙ. Ә 4 ғинуарҙа атлы-сана арбалары парады үткәреү планлаштырыла. Унда иң матур арбаны, ҡамыт-дуғаны биҙәү буйынса конкурс та уҙғарыла. Төп приз  – 100 мең һум.

25 декабрҙән 4 ғинуарға тиклем Ҡыш бабайҙың байрамса ҡунаҡ тирмәһе лә буласаҡ. «TERRA Ҡыш» фестивале барышында барыһын да мауыҡтырғыс, күңелле байрам саралары көтә. Тулыраҡ мәғлүмәтте www.terra-zima.ru сайтында йәки  +7 917 379 38 72 телефоны буйынса алырға була.

 

Фото: Фото ru.depositphotos.com. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: