1990 йылдың тап ошо көнөндә РСФСР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Рәсәй ҡотҡарыусыларының корпусы барлыҡҡа килә. Шуға 27 декабрь Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының булдырылыу көнө һәм Рәсәй ҡотҡарыусыларының һөнәри байрамы һанала.
Был көн барлыҡҡа килмәҫ элек Рәсәйҙә тәбиғи, техноген һәм эпидемиологик характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр йышая. Бындай фажиғәләр кеше һәләкәттәренә һәм михнәттәренә, матди ҡиммәттәр ҡырылыуға килтерә. Шуға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын булдырыу бик тә кәрәкле була.
Ниндәй генә эҙләү-ҡотҡарыу эштәре булмаһын, ҡотҡарыусылар – һәр саҡ алдынғы рәттә. Емерек биналарҙа, төтөндә һәм янғын утында ла, һыу баҫҡан ерҙәрҙәрҙә лә һәр саҡ бәләгә тарығандарға ярҙам күрһәтергә ашығалар.
Был көндө Ҡотҡарыусылар көнөнә арналған тантаналы саралар һәм байрам концерттары үтә. Уларға арналған фильмдар, тапшырыуҙар күрһәтелә.
Фото: интернет селтәренән.