-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
28 Декабрь 2021, 08:00

28 декабрь – Халыҡ-ара кино көнө

Бөгөн бөтә донъя буйынса кинематографистар байрамдарын билдәләй. 1895 йылдың 28 декабрендә Парижда ағалы-ҡустылы Люмьерҙарҙың синематографынан тәүге сеанс күрһәтелә. Тап ошо көн Халыҡ-ара кино көнөнә әйләнә лә инде.

28 декабрь – Халыҡ-ара кино көнө
28 декабрь – Халыҡ-ара кино көнө

Унан алда ғына ошо йылда француздар Огюст менән Луи Люмьер үҙҙәре уйлап тапҡан «Синематограф»  аппаратына патент ала. Улар иң тәүҙә тәүге кино сеансын иң яҡын дуҫтарына ғына күрһәтеп ҡарай. Ә 28 декабрҙә «Прибытие поезда на вокзал Ла Сьота» ҡыҫҡа метражлы фильмын халыҡҡа аҡсаға ҡуя. Уны күрһәтеү кешеләрҙә ҡурҡыу тойғоһо тыуҙыра: экранда яҡынлашып килеүсе поезд хәҙер уларҙы тапап китә тип, ҡайһы берҙәре залдан сығып ҡаса.

Ошо ваҡыттан һуң кино сәнғәте ҙур үҫеш кисергән: өнһөҙҙән – тауышлы, аҡ-ҡаранан – төҫлөгә, плёнкалынан һанлыға әйләнә. Барыһына билдәле булыуынса, фильмдар фәнни, документаль, публицистик, нәфис  жанрҙарҙа була. Әлеге көндә бөтә донъя буйынса төрлө кино фестивалдәре үткәрелә.

 

 

Фото: https://drasler.ru/28-dekabrya-mezhdunarodnyj-den-kino-podborka-24-foto/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: