+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
6 Ғинуар 2022, 16:09

Роберт Байымовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап

10 ғинуарҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, БАССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Роберт Байымовтың тыуыуына  85 йыл тулыу уңайынан «түңәрәк өҫтәл» үткәрә.

Роберт Байымовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап
Роберт Байымовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап

Сара Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиолары менән берлектә ойошторола. Оффлайн һәм онлайн форматтарҙа уҙғарылған «түңәрәк өҫтәл»дә юғары уҡыу йорттары педагогтары, академия институты ғалимдары, республикабыҙҙағы район һәм ҡала китапханаларынан китап уҡыусылар ҡатнашасаҡ. Бында ғалимдың фәнни һәм ижади мираҫына бәйле мәсьәләләр, шулай уҡ хәҙерге шәрҡиәтселектең көнүҙәк проблемалары ҡараласаҡ.

«Түңәрәк өҫтәл»де онлайн форматта ошо һылтанма буйынса  http://bashnl.ru/proekty/translyatsii/?ELEMENT_ID=13861 ҡарарға мөмкин. YouTube каналына https://www.youtube.com/bibliotekavalidi яҙма ла һалынасаҡ.

Сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: