-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
11 Ғинуар 2022, 09:37

Табиптарға рәхмәт әйтәйек!

Ер йөҙөндәге һәр бер кеше көн һайын күп тапҡыр рәхмәт әйтә, ихлас күңелдән әйтелгән был матур һүҙҙе ишетеү менән кәйефтәр күтәрелә, күңелгә йылы булып китә. Ошо уңайҙан бөгөн, Халыҡ-ара рәхмәт әйтеү көнөндә, республикабыҙҙа "Табиптарға рәхмәт әйт" тип аталған үҙенсәлекле акция иғлан ителде. Теләге булған һәр кем рәхмәт һүҙҙәре еткерә ала.

Табиптарға рәхмәт әйтәйек!
Табиптарға рәхмәт әйтәйек!

Табиптарҙы замана геройҙары тип атаһаҡ та һис хата булмаҫ. Улар үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ал-ял белмәй, беҙҙең һаулығыбыҙ өсөн көрәшә, дарыуҙары менән генә түгел, йылы һүҙҙәре менән дә дауалау һәләтенә эйә. Аҡ халатлы изге һөнәр эйәләренә рәхмәттәребеҙ сикһеҙ.

Шуға ла табиптарға ихлас күңелдән еткерелгән рәхмәт һүҙҙәрегеҙҙе һеҙ ҙә әйтә алаһығыҙ. Бының өсөн #спасибомедикамРБ хэштегы менән видео йәки текст форматындағы рәхмәт һүҙҙәрен социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға кәрәк. Ҡотлауҙар барыһы ла бергә тупланып, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтына ҡуйыласаҡ.

Фото:https://yandex.ru/images/search

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: