-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
12 Апрель 2022, 09:10

Бөгөн - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө

Бынан 61 йыл элек, тап ошо көндә  «Восток» йыһан карабында совет космонавы Юрий Гагарин кешелек тарихында тәүге тапҡыр йыһанға оса. Ул Ер шарын 108 минут эсендә урап, имен-һау әйләнеп ҡайта.

Бөгөн - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө
Бөгөн - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө

Әйткәндәй, Гагаринды осорор алдынан ғалимдар 5 тапҡыр һынау осошо яһап ҡарай. Тәүге карап барлыҡ программаларҙы үтәй, ләкин кире төшөр саҡта, командаға буйһонмай, асыҡ йыһанға сығып китә. Икенсе осош уңышлы тамамлана. Әммә 1960 йылда осоролған өсөнсө карапта янғын сыға. Дүртенсе һәм бишенсе һынауҙар уңышлы тамамлана. Шунан һуң ғына совет ғалимдары Йыһанға кешене сығарырға ҡарар итә.
Быйыл март айында Юрий Гагаринға 88 йәш тулған булыр ине. 46 йәшендә генә һәләк булһа ла, даны быуаттарға күсә уның. 

Фото: https://silamira.ru/w

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: