-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
30 Апрель 2022, 11:11

30 апрель - Янғын һүндереүселәр көнө

Бөгөн - Янғын һүндереүселәр көнө. Иң хәүефле һөнәр эйәләрен байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Тәүлек әйләнәһенә хәүефһеҙлек һағында торған хеҙмәт эйәләренә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ.

30 апрель - Янғын һүндереүселәр көнө
30 апрель - Янғын һүндереүселәр көнө

2022 йылдың 27 апреленә ҡарата рәсми мәғлүмәттәр буйынса республикала 2 мең 572 янғын теркәлгән. 73 кеше һәләк булған, 73-ө йәрәхәттәр алған. 

Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡоролмалары, мейестәр менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.

Янғын хәүефе миҙгеле башланғас, 134 урында ҡороған үләндәр яныу осрағы теркәлгән. Май байрамдары башлана. Һәр ҡайһыбыҙҙан һәр ваҡыт ут менән һаҡ булыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә. Бәлә-ҡазалар урап үтһен!

Фото:  02.mchs

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: