+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
2 Февраль 2022, 15:45

Интернет селтәрендә балалар хәүефһеҙлеге

Дуҫтар, 3 февралдә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында интернет селтәрендә балалар хәүефһеҙлеге темаһына арналған матбуғат кәңәшмәһе үтә. Уның тура трансляцияһын ҡарау мөмкинлеге буласаҡ, тип хәбәр итәләр "Башинформ"дан.

Интернет селтәрендә балалар хәүефһеҙлеге
Интернет селтәрендә балалар хәүефһеҙлеге

Матбуғат кәңәшмәһенең эксперттары - Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, Башҡорт дәүләт университетының психология факультеты деканы Ирина Хох, Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығының бүлек етәксеһе Илдар Сәлихов. 

"Бәйләнештә" селтәрендә,https://vk.com/myufa һылтанмаһы аша инеп, кәңәшмәнең тура трансляцияһын ҡарарға мөмкин. Сара 15.00 сәғәттә башлана.

Фото: perevolock.bezformata.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: