+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
12 Май 2022, 11:30

«Уҡ осошондай ғүмер балҡышы»

16 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Уҡ осошондай ғүмер балҡышы» исемле театрлаштырылған тамаша күрһәтелә.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се  республика башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусылары һәм педагогия коллективы көсө менән ойошторолған сара 19.00 сәғәттә башлана.
Билеттарҙы +7 (937) 366-04-15 телефоны буйынса, уҡыусыларға, студенттарға Пушкин картаһы аша алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: