+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
13 Май 2022, 15:25

«Музейҙар төнө — 2022» акцияһы үтә

21 май көндө киске сәғәт алтыла быйылғы йылдың киң масштаблы мәҙәни сараларының береһе булған «Музейҙар төнө — 2022» үтәсәк.

Башҡортостан музейҙары был Бөтә Рәсәй акцияһында ун икенсе тапҡыр ҡатнаша. Быйыл күргәҙмәләр һәм саралар өс мөһим темаға бағышланасаҡ:

— «Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы»;

— «Быуындар хәтере»;

— «Үткәндәрҙе эҙләү — үҙеңде асыу».

«Музейҙар төнө — 2022"лә ҡыҙыҡлы яңы экспозициялар асыласаҡ, күргәҙмә-йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк, тематик экскурсия, балалар өсөн мауыҡтырғыс квест, уйындар, концерт ойоштороласаҡ.

Республикала — барлығы 90, баш ҡалабыҙҙа 19 майҙансыҡ эшләйәсәк.

Музейҙар менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге биргән был саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Фото: yandex.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: