+14 °С
Ясно
VKOKTelegram
Иғтибар!
13 Мая 2022, 09:32

«Уйна, ҡурай, күктән йәм шаулаһын...»

Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамының Гала-концертына рәхим итегеҙ!

Ул иртәгә, 14 май, көндөҙгө сәғәт 12-лә Октябрьский ҡалаһының Геофизиктар урамының 3-сө йортонда урынлашҡан Ҡала мәҙәниәт һарайында башланасаҡ. Республика ҡурайсылар конкурсы быйыл егерме беренсе тапҡыр ойошторола. Бәйге ваҡытында Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан ҡатнашҡан балалар һәм өлкәндәр араһында иң-иңдәрҙе асыҡлайҙар. Былтыр өлкәндәр араһында Өфөнән Айрат Ҡарасов Гран-при яулағайны, ә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Силәбе өлкәһенән Алмаз Бикмәтов һәм Туймазынан Радмир Ғүмәров еңеүсе булғайны. Быйыл кем иң оҫтаһы булыр? Түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас