+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
9 Июнь 2022, 12:10

«Салауат йыйыны» һуңыраҡ үтәсәк

11 июндә Салауат районында «Салауат йыйыны» һуңыраҡ үтәсәк фольклор байрамы үтергә тейеш ине.

Әммә көндәр ямғырлы тороу айҡанлы, ул 18 июнгә күсерелә. Был турала район хакимиәтенән хәбәр иткәндәр.

Байрамда «Шайтан-Көҙәй ырыуы тураһында легенда» тигән театрлаштырылған тамаша, тирмәләр, сувенирҙар конкурстары, көрәш, ат сабышы һәм башҡа ярыштар, концерт буласаҡ.

Иртәнге 11-ҙә башланасаҡ сара халҡыбыҙ  геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 268 йыл тулыуға арнала.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: