+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
26 Май 2023, 09:15

Китап байрамы һеҙҙе көтә!

Дуҫтар, бөгөн Өфөлә халыҡ-ара китап йәрминкәһе башлана. Тәүге тапҡыр ойошторолған ҙур сарала эре нәшриәттәр, китап магазиндары, китапханалар һәм башҡа ойошмалар ҡатнаша. Балалар өсөн айырым майҙансыҡтар эшләйәсәк.  

Китап байрамы һеҙҙе көтә!
Китап байрамы һеҙҙе көтә!

Күренекле әҙәбиәтселәр, сәнғәт оҫталары, йәш ижадсылар һәм башҡа ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар, төрлә уйындар үтәсәк. 

"Йәншишмә" гәзите менән "Аманат" журналы бөгөн 16.00-18.00 сәғәттә шашка буйынса турнир, викторина, уйындар ойоштора, бүләктәр тарата. Бик күңелле буласаҡ.

Ҙур байрамды үҙегеҙ килеп күрегеҙ, дуҫтар! 

 

Китап байрамы һеҙҙе көтә!
Китап байрамы һеҙҙе көтә!
Китап байрамы һеҙҙе көтә!
Китап байрамы һеҙҙе көтә!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: