+14 °С
Ясно
VKOKTelegram
Иғтибар!
11 Октября 2024, 10:24

Контрабандистарҙы тотҡандар

Күп малайҙар һалдат булып уйнарға ярата. Араларында хәрби тормошто һайларға теләүселәр ҙә бар. Шуға ла улар мәктәптә әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан ағайҙары менән осрашыуҙы көтөп ала.

Бер көндө Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге 2-се ба­ш­ҡорт лицейының кадеттары янына Өфө фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалында техник уҡыу фәне кафедраһы етәксеһе, доцент Валерий Георгиевич Петряков килеп етте.
Осрашыу балаларға ныҡ оҡшаны. Валерий Георгиевич уларға күп мәғлүмәт еткерҙе. Батша заманында ҡарауыл хеҙмәте, Советтар Союзы ваҡытында ниндәй үҙгәрештәр булыуы, бөгөн сик буйын нисек һаҡлауҙары – күпте белеп ҡалдылар. Кадеттар ағай­ҙарынан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған башҡа һорау­ҙарға ла яуап алды.
Валерий Георгиевич Балтик буйы округында сик һаҡлаусы булып хеҙмәт иткән. Контрабандистарҙы тотҡандар.
– Ватаныбыҙ сиге һәр ваҡыт йоҙаҡта булһын. Бер генә яуыз уйлы әҙәм дә тыуған еребеҙгә тапап үтә алмаһын. Әрме хеҙмәтенә әҙер булыр өсөн спорт менән дуҫ булығыҙ, һаулығығыҙға ныҡлы иғтибар бүлегеҙ, – тине ҡунаҡ осрашыу аҙағында.

Р. ФӘЙЗУЛЛОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас