

Сәхнәлә - Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле. Тамашасыларҙы халыҡ йырҙары, заманса композициялар, дәртле бейеү көйҙәре һәм боронғо көйҙәргә ҡоролған ҡурай импровизациялары көтә.
Концертта ансамблдең ҡурайсылары һәм йырсылары - Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов, Нурзия Сабитова, шулай уҡ бейеүсе-ҡурайсы Айҙар Исхаҡов сығыш яһаясаҡ.
Ансамблдең художество етәксеһе - Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Азат Айытҡолов, музыкаль етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков.
Һеҙҙе милли рух, ҡурайҙың илаһи моңо һәм сағыу концерт программаһы көтә.
Сығанаҡ һәм фото: vk.ru/wall