Икенсе сменала уҡытыуҙы бөтөрөү дауам итә. Бына, мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районының Сахай мәктәбе уҡыусылары өсөн үҙенсәлекле юл тапҡандар. Буш торған административ бина төҙөкләндерелеп, урындағы мәктәпкә тапшырылған.
Капиталь ремонт уҙғарыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 4 миллион 500 мең һум аҡса бүленгән. Түбәһе, тәҙрә-ишектәре алмаштырылған, йылылыҡ, электр һәм һыу тәьминәте системалары яңыртылған, бинаның тышы йүнәтелгән. Уҡыусылар өсөн йорт йыһаздары, уҡытыу һәм ашхана ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә урындағы ҡаҙнанан тағы 2 миллион һум бүленә. 107 балалыҡ алты кабинет һәм аш залы эшләү күҙаллана. Был яңы корпуста башланғыс синыфтар шөғөлләнәсәк. Әлеге тәжрибәне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та хупланы һәм башҡа райондарҙа ла ҡулланырға тәҡдим итте.