+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
23 Сентябрь 2021, 12:03

Милли йәштәр театрында премьера!

25 сентябрь киске сәғәт 7-лә «Киҫәкбикә. Риүәйәт» спектаклен ҡарарға килегеҙ. Уны Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштергән.

Театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов йәй көнө: «Киләһе ижад миҙгелен ошо спектакль менән асырға теләйбеҙ», – тигәйне. Стәрлетамаҡ тамашасыһы әле был премьераны күрмәгән. Иң беренсе тәнҡитсе баш ҡала тамашасылары буласаҡ. Шуға күрә билеттар алырға ашығығыҙ!

Пьесаның авторы – Михаил Башкиров. Режиссёры –  Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев. Ҡуйыусы рәссам – Геннадий Скоморохов. Костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова. Пластика буйынса режиссёр – Рәмизә Мөхәмәтшина.

Ваҡиғалар XVIII быуатта бара. Себер даруғаһының Дыуан улысында тыуған Киҫәкбикә Байрасова – яндырылған башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Күп милләттәштәребеҙ кеүек, үҙ иркенән тыш суҡындырыла. Һуңынан кире ислам диненә ҡайтҡан өсөн ҡаты язаға тарттырыла.

Шулай уҡ көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Рәфис Ҡуйбағаровтың «Минең йөрәк һиндә» тибә спектакле була. Һынауҙарға дусар булған Асия һәм уның Азат менән дуҫлығы тураһында был сәхнә әҫәре тамашасыларға оҡшар, тип уйлайым. Унда йәштәрҙең яратҡан йырсыһы Тимур Ямаловтың йырҙары яңғыраясаҡ.

Әйткәндәй, билеттарҙы алғанда «Пушкин картаһы» менән түләргә була.

 Фотолар һәм видеолар https://vk.com/tko_sterlitamak алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: