Һаумыһығыҙ, йәш дуҫтарым!
Бала саҡта Яңы йылды айырыуса көтөп алаһың бит ул. Уның тылсымына, мөғжизәгә ышанаһың һәм шуның менән бәхетле булаһың. Беренсе синыфта уҡығанда Шыршы байрамынан һуң беҙҙең өйгә тәүге тапҡыр «Башҡортостан пионеры» гәзите килгәйне. Ҡыш бабайҙың матур бүләге һымаҡ булды ул. Һәр һанын көтөп ала инем. Йәш хәбәрсеһе булдым. Журналист һөнәренә уҡып сыҡҡас, хеҙмәт юлымды ла шунда башланым.
Быйыл яратҡан баҫмабыҙ үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Оло байрамы менән ҡотлап, мин уға яңы әҫәремде тәҡдим итергә булдым. Әйткәндәй, «Ауыл малайы» тип аталған иң тәүге повесым да унда баҫылғайны, һуңынан айырым китап булып сыҡты. «Китап» нәшриәтендә балалар өсөн яҙған ике китабым донъя күрҙе инде. Мине бала саҡтан ижадҡа әйҙәп алып килгән гәзитемә ҙур рәхмәт шуның өсөн!
Яңы йыл менән, дуҫтар! Иң матур хыялдарығыҙ менән башлағыҙ уны, мөғжизәгә ышанығыҙ!
Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА.
Ҡыш бабайҙың бүләге
Миңә Ҡыш бабай бесәй балаһы бүләк итте. Ысын-ысын. Иртән эргәмдә генә «мияу» тигән ишетелер-ишетелмәҫ кенә тауышҡа уянып киттем. Шулай ҙа бер килке күҙемде асмай яттым әле. Ҡолағыма ишетелә микән, тип уйлайым, беҙҙең бит бесәйебеҙ юҡ. Теге тауыш тағы ҡабатланды. Ҡараһам, бер бәләкәй генә йомроҡас юрғаным аҫтына инергә маташа. Ишек төбөндә атайым менән әсәйем йылмайып ҡарап тора.
– Ана, ҡыҙым, Ҡыш бабай һиңә бүләк ҡалдырып киткән, ә һин бер нәмә лә белмәй йоҡлап ятаһың, – ти атай.
Йоҡо ҡайғыһы китте. Бесәйҙе ҡулыма алып ҡуйыныма һалдым. Ул шундай йомшаҡ ҡына. Муйынында ҡыҙыл таҫмаһы ла бар. Ә төҫөн ниндәй тип әйтергә лә белмәйем – аҡ та түгел, ҡара ла. Асфальт төҫөндә, тип әйтәйемме икән, әҙерәк кенә ҡара юлаҡтары бар.
Бесәйем шым ғына йоҡлап китте. Ә мин уға ҡарап ятам. Ҡулым менән һыйпайым, битемде тигеҙеп алам. Рәхәт кенә. Әсәй менән атайға, бесәй алайыҡ, тип күпме әйттем, алманылар, ә Ҡыш бабай алып килгән! Бесәйҙең мәшәҡәте күп, ти, әсәй. Ниндәй мәшәҡәт булһын ти – икмәк бирәһең дә һөт ҡояһың. Туҡта, ә ағайым беләме икән? Йомшаҡҡайҙы ипләп кенә күтәреп яҫтығыма һалдым да ағайымдың бүлмәһенә йүгерҙем.
– Булат ағай, Булат ағай, ә миңә Ҡыш бабай бесәй алып килде!
Ағайым юрғанын бөркәнгән дә йоҡлап ята.
– Ағай, тим, ағай! Миңә Ҡыш бабай бесәй бүләк итте, – тим уның башын асырға тырышып.
– Эйе һиңә, кит бынан, – ти ул, юрғанына йәбешеп.
Кире бүлмәмә йүгерҙем. Бесәйемде эләктерҙем дә – ағайға.
– Бына ҡара.
Ул, юрғанын аса биреп, өндәшмәй генә ҡулын сығарҙы ла бесәй балаһын һыйпай башланы. Ә тегеһе йыбырҙап юрған эсенә инеп китте.
Беҙҙә йоҡо ҡайғыһы китте.
Сәй эсеп алғас, атайым менән бесәйҙәрҙең магазинына барҙыҡ. Унда нимә генә юҡ! Ашатырға, йоҡлатырға, йыуындырырға – бөтә кәрәк нәмә бар. Хатта уйынсыҡтары ла була икән. Беҙ бесәй балаһына ике һауыт һатып алдыҡ. Йәшел төҫтәгеһенә һөт ҡойорбоҙ, һороһона икмәк һалып бирербеҙ, тинек. Ауылда өләсәйем бесәйгә һөттө кәнсир һауытына ҡоя ла бирә, ә беҙҙекенең матур ғына һауыты бар! Ҡайтыу менән уға һөт ҡойҙом.
– Әҙерәк кенә ҡайнаған һыу ҡушып бир, һыуытҡыстан алған һөт уға һыуыҡ булыр, – тине әсәйем.
Ҡуштым. Бармағымды тығып ҡараным. Йылымыс ҡына. Бармағымды ялап ҡуйҙым.
– Бесәй һауытын тотҡас, бармағыңды ялама инде улай, балам, – ти әсәй. – Бар, ҡулыңды йыуып кил.
Ҡулымды йыуҙым да бесәйемде һөт һауыты эргәһенә алып барҙым. Ул һауытты еҫкәп ҡараны ла миңә боролдо. Ынтылып эсеүҙе белмәне. Шуға ипләп кенә моронон һөткә төрттөм. Аңлап ҡалды, тәмләп ялай башланы. Мин эргәһендә ҡарап ятам. Ҡыҙыҡ, телен тиҙ-тиҙ итеп сығара ла ялай. Теле талмай микән?
– Нимә тип исем ҡушаһығыҙ инде бесәйегеҙгә? – тип һораны әсәй беҙҙән сәй эскәндә. Ағайым менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ.
– Ҡара булһа, Ҡарасай, тиер инек, һоро булһа, Һоросай булыр ине, – тине ағайым яратҡан әкиәтебеҙҙе иҫкә төшөрөп. Һеҙ ҙә уны беләһегеҙҙер әле? Беҙгә уны бәләкәй саҡта әсәйем көн һайын һөйләй торғайны. Йоҡларға ятҡанда.
Мин шул ерҙә бесәйемдең һоро булмағанына үкенә биреп тә ҡуйҙым, Һоросай бит аҡыллы булған, сысҡандарҙы тотҡан, ә Ҡарасай ялҡау, хужабикәнең һөтөн, ҡаймағын урлап тамаҡ туйҙырған да йоҡлап тик ятҡан. Ярай әле бесәйебеҙ ҡара түгел, күрәләтә шул ялҡауҙың исемен ҡушып булмай бит инде!
– Сима, – тигән булдым өләсәйҙең бесәйен иҫкә төшөрөп.
– Бер Сима бар бит инде, – тип ҡаршы төштө ағайым. – Ике Сима булмай.
– Бестиямал була улай булғас, – тине лә атай мул ғына итеп сәйен уртланы. Шуның менән һүҙ ҙә бөттө.
Бестиямал гел минең менән бергә. Дәрес әҙерләгәндә лә янымда. Яҙған дәфтәремә йә уҡыған китабыма менергә тырыша, шуға мин уны бер ҡулым менән тотоп ултырам.
Ә кис етһә, беҙ уның менән бүлмәнән-бүлмәгә йүгереп уйнайбыҙ. Ағайым залдағы диванға менеп китһә, Бестиямал иҙәндә тороп ҡала ла аптырап мыяулай башлай.
Мин мәктәптән бесәйемде һағынып ҡайтам. Ишектән килеп инеүгә ул шунда уҡ ҡаршыма йүгереп килә. Уны күтәреп алам да бер килке уйнай бирәм.
– Исмаһам, кейемеңде алыштырыр инең, – ти әсәй.
Синыфташтарыма ла һөйләнем. Эй, күҙҙәре ҡыҙҙы. Беҙгә гел яңы күлдәктәре, туфлиҙары менән маҡтанырға яратҡан Илгизә бер көн хатта өйгә килеп бесәйемде күреп тә китте. Хәҙер бөтәһе лә: «Бестиямал нисек?» – тип һорашып ҡына тора.
Бестиямал, тигәндән, бер көндө әсәйем: «Быға исемде Бестикамал тип ҡушырға кәрәк булған икән, ул малай икән дәбаһа», – тип хәбәр һалды.
– Һе, Бестикамал, – тине атай. Беҙ өндәшмәнек, сөнки миңә Бестиямал ни ҙә, Бестикамал ни – айырмаһы юҡ. Ағайыма ла шулайҙыр. Етмәһә, Бестиямал тигән исем йәбешеп өлгөргәйне, үҙе лә шуға өйрәнде, өндәшеүең була, йүгереп килеп тә етә.
Йәйгә бесәйем ҙурайҙы. Йөнө оҙон булып үҫте. Ҡойроғо төлкөнөкө кеүек ялбырап тора. Тере төлкөнө күргәнем юҡ та ул, әкиәттәрҙәге төлкөнө әйтәм инде. Ҡолағының осонда ла йөндәре ослайып барып бөтә, уҡ һымаҡ. Мейн-кун нәҫеленәндер, ти атайым. Улар шулай ҙур була икән. Өйгә килгән таныш-туғандар Бестиямалды танымай ҙа тора тәүҙә.
– Был теге Ҡыш бабай алып килгән бесәйегеҙ шулай ҙурайып киттеме? – тиҙәр.
– Эйе, матур итеп ҡараусыһы бар бит уның, – тип яуаплай әсәй минең яҡҡа ымлап. Ҡыуанып китәм. Эйе шул, мин бит уны үҙем ашатам, үҙем эсерәм. Һауыттарын йыуып ҡына торам.
Теге магазинға барып, Бестиямалға уйынсыҡтар ҙа алып ҡайттыҡ әле. Хатта уйнарға ярата ул. Беҙгә лә ныҡ күңелле. Ағайым менән баҫтырышһаҡ, ул арттан йүгерә. Бер көн ағайым йүгереп диванға менгәйне, бесәй артынан һикерҙе, тик менеп етә алманы. Тырнаҡтары дивандың ябыуына эләкте лә эленеп тороп ҡалды. Саҡ ысҡындырып алдыҡ. Ағайыма был оҡшап ҡалды. Ул йыш ҡына шулайтып диванға ҡаса башланы. Бесәй артынса һикерә лә йә ҡолап төшә, йә тырнаҡтары менән япмаға эләгеп тороп ҡала.
Бының өсөн әсәйҙән эләкте әле беҙгә.
– Улайтһағыҙ, дивандың ябыуын йыртып бөтәһегеҙ инде бесәйегеҙ менән. Нәмә боҙа башлаһа, сығарып ебәрәм икән, – ти ул.
Тәүге тапҡыр шулай тигәнендә ҡотом осоп, тиҙ генә бесәйемде эләктерҙем дә үҙемдең бүлмәмә ҡастым. Хәҙер беләм, сығарып ебәрмәй ул, беҙҙе ҡурҡытыр өсөн генә әйтә. Ул да ярата бесәйҙе. Эй, мәхлүк кенәне, тип әйткәнен әллә нисәмә тапҡыр ишеткәнем бар.
Әсәй сығарып ебәрмәҫ тә ул, бына балкондан ҡолап төшөүе бар уның. Беҙ бит 8-се ҡатта йәшәйбеҙ. Көндәр эҫе булғанда тәҙрә асыҡ тора. Ә Бестиямал хәҙер диванға ғына түгел, өҫтәлгә лә, тәҙрә төбөнә лә менә. Ҡайһы берҙә эргәнән генә берәй турғай осоп китһә, шуны тотмаҡ булып ынтылып ҡуя ла башы менән быялаға төкөп, туҡтап ҡала. Тәҙрә булмаһа, бөттө тигән һүҙ, шуға ағайым менән балкон ишеген ябып ҡына торабыҙ.
Бестиямал юғалды
Йәй көнө беҙ баҡсаға йөрөйбөҙ. Унда беҙҙең өйөбөҙ, мунсабыҙ бар. Алмағас, сейә, ҡарағат – ағастар күп. Ә түтәлдәрҙә кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, һуған үҫә. Үҫә тип, үҙҙәре үҫмәй инде, беҙ үҫтерәбеҙ. Атайым түтәл ҡаҙа, әсәйем сәсә, ағайым һыу һибә, мин уларға ярҙам итәм. Беҙ унда аҙна һайын йоҡлап ҡайтабыҙ. Шуға хәҙер бесәйҙе лә үҙебеҙ менән алып барырға тура килә.
– Барһын, әҙерәк һауа һулап, сәскә еҫкәп ҡайтыр, – ти атай. Ул шаяртмай, Бестиямал, ысынлап та, сәскәләрҙе ярата. Атай әсәйгә бүләк иткән гөлләмәне вазаға ултыртыуыбыҙ була, шунда уҡ йүгереп барып, үрелеп сәскәһен еҫкәй, ипләп кенә япрағынан тешләп тарта. Ә бына үҙенә тип һатып алынған махсус үҫтерелгән үләнгә артыҡ иҫе китмәй, бер-ике генә ҡаба ла шуның менән вәссәләм.
Ял көнө иртән баҡсаға алып бара торған әйберҙәребеҙҙе тотоп тышҡа сыҡтыҡ. Бестиямал лифтҡа ингәс, мыяулап миңә ҡараны. Ҡайҙа барабыҙ, тиеүе булды микән? Машинаға инеп ултырғас та аптырап тирә-яҡҡа күҙ һалды, ҡуҙғалып киткәс, мыяулай башланы, үҙе берсә – тәҙрәгә, берсә миңә ҡарай.
– Кил бында, – ағайым уны үҙенә алды.
Беҙ уны алмашлап ҡулыбыҙҙа ғына алып ултырҙыҡ. Барып еткәс, үләнгә төшөргәйнек, торған урында ҡатты ла ҡалды. Үләнгә баҫырға ла ҡурҡа ине, шикелле. Тора биргәс, ятып алды.
Беҙ эшкә тотоноп киттек. Мин өйҙө йыйыштырам. Ингән-сыҡҡан арала Бестиямалға күҙ һалып йөрөйөм. Ул инде ятҡан еренән тороп, ипләп кенә үләнгә үрелә, күбәләктәрҙе, себен-серәкәйҙәрҙе күҙәтә. Ағайым да, мин дә эш араһында Бестиямалды барып һыйпап китәбеҙ, ят ергә тиҙерәк өйрәнһен, тибеҙ инде.
Тиҙҙән ул өйгә инеп-сығып йөрөргә лә өйрәнде. Шулай ҙа тупһа тирәһенән алыҫ китмәй, күҙ алдында ғына йөрөй.
Баҡсаға ике-өс барыуға өйрәнеп алды ул: иркенләп йөрөй, йә ҡыуаҡ аҫтына инеп китә, йә түтәлдәр араһынан йүгерә. Машинаға ла тыныс ҡына инеп ултыра башланы.
Бер көн шулай эштәрҙе бөтөрөп ҡайтырға булғайныҡ, Бестиямалыбыҙ юҡ. Саҡырабыҙ, эҙләйбеҙ, үҙе лә юҡ, тауышы ла ишетелмәй. Нишләргә? Тәүҙә ағайым менән баҡсалағы бөтә ағас-ҡыуаҡ төптәрен ҡарап сыҡтыҡ, тапмағас, әсәйем күршеләргә барып килде, улар ҙа күрмәгән. Шунан беҙ ағайым менән икәүләп урам яҡҡа сығып киттек. Осраған кешеләрҙән һораштырып йөрөп килдек.
– Бестиямал, кил, кил!
– Бес-бес...
Инде ҡараңғы төшә башланы. Мин бесәйемде ҡалдырып китеүҙән ҡурҡам, өйгә ҡайтҡым килмәй.
– Бесәйҙәр юғалмай ул, ҡыҙым, иртәгә яҡтыла килеп эҙләрбеҙ, йәме, – тип йыуата атай. – Ҡайтмаҫ та инек, иртәнсәк әсәйең менән миңә эшкә барырға.
Кисләтеп кенә ҡайттыҡ баҡсанан. Ағайым менән беҙҙең кәйеф юҡ.
Бесәйемде төшөмдә күреп һаташып бөттөм. Уны ҡурҡыныс йәнлектәр алып ҡасҡан, имеш, тим. Иртәнсәк йоҡонан торғанымда өйҙә тып-тын ине, тимәк, әсәй менән атай эшкә киткән. Ағайымдың бүлмәһенә индем. Ул һаман йоҡлай. Миңә күңелһеҙ булып китте. Их, Бестиямал өйҙә булһа, икәүләп уйнар инек, ҡайҙа ғына булды икән? Әгәр ҙә ул төндә ҡайтҡан булһа, ә беҙ юҡ, өй бикле бит инде. Ҡараңғыла тупһала ултырҙы микән, абау, ҡалай ҡурҡыныс?! Әллә нимәләр күҙ алдыма килә. Мин, илар сиккә етеп, ағайым эргәһенә ятам. Ята торғас, йоҡлап киткәнмен.
Уянғас, ағайым менән план ҡорҙоҡ. Атай эштән ҡайтҡас та беҙҙе баҡсаға алып барһын. Фонариктар алып барырға кәрәк, ҡараңғы төшһә лә Бестиямалды эҙләргә, тапмайынса ҡайтмаҫҡа.
– Табылмаһа, шунда йоҡларға ҡалайыҡ, – ти Булат ағай.
– Икәү генәме?
– Эйе.
Мин ҡурҡып ағайыма ҡарайым. Икәү генә, баҡсала? Ҡурҡам ул!
– Бестиямал төндә өйгә ҡайтһа, беҙ шунда булырға тейешбеҙ, – ти ағайым. Дөрөҫ әйтә. Икәүләп атайҙың эштән ҡайтҡанын көтәбеҙ.
Шылтыратып атайымдың үҙенә лә әйттек. Ярай, барырбыҙ, тигәс, тыныслана төштөк. Мин телефонымдан Бестиямалымдың фотоларын ҡарайым. Бына уның бәләкәй генә сағы. Ә бында тәҙрә төбөндә тышҡа ҡарап ултыра. Вазалағы сәскәгә үрелгән. Йомарланып йоҡлап ята. Ҡайҙа ғына йоҡланы икән бөгөн?
Атайым һаман ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Сәғәт инде күптән 8 тулып уҙҙы, тик ул ваҡытында ғына ҡайта алмай шул, эше күп. Әсәйем, ана, ҡайтып, ашарға бешерә башланы.
Ниһайәт, ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Урра, атай ҡайтты! Беҙ ағайым менән уға ҡаршы йүгерҙек. Ысынлап та, шат йылмайып атайым ҡайтып инде. Ә ҡулында – Бестиямал! Мин үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торам.
– Нисек?
– Ҡайҙа булған?
Бер-бер артлы һорауҙар яуҙырабыҙ.
– Өҫтәл аҫтында ултыра ине, – ти атай. Унда тышта беҙҙең сәй эсә торған урыныбыҙ бар, өҫтәл, эскәмйә тора. Шуның аҫтында көтөп ултырған инде, бахырҡай. Ә атайым эшенән сыҡҡас та тура баҡсаға йүнәлгән. «Һеҙҙе ҡайтып алып барғансы ваҡыт үтер, тинем», – ти ул.
Өйөбөҙ шунда уҡ йәмләнеп китте. Мин бесәйгә һөт ҡойҙом, ағайым икмәк бирҙе. Бестиямал асыҡҡан, ҡабаланып ашай башланы. Беҙ ҙә күмәкләп күңелле итеп ултырып сәй эстек.
Ауылда
Тиҙҙән беҙ ауылға барабыҙ! Унда минең өләсәйем менән ҡартатайым йәшәй. Эттәре, бесәйҙәре бар. Дүрткүҙ беҙҙе онотоп бөткәндер инде хәҙер.
Быйыл Бестиямалды ла үҙебеҙ менән алып китәбеҙ. Уның бер үҙен өйҙә ҡалдырып булмай бит инде. Тик машинала оҙаҡ ҡына барырға кәрәк. Әсәй: «Бесәйегеҙ юлды нисек кисерер?» – тип борсола. Сыҙармы бер нисә сәғәт машинала, әллә тынысһыҙланырмы? Атай менән улар икәүләп, әллә тынысландыра торған дарыу эсерәйек микән, тип һөйләшә.
Иртән иртүк юлға сығабыҙ. Мин бесәйемде күтәреп алдым. Икмәк менән һөт һауытын да алырға иткәс, әсәйем, ҡуйсы, балам, ауылда һауыт табылыр әле, тине.
Бестиямал юл буйы йоҡлап барҙы. Хатта беҙ туҡтап сәй эскәндә лә уянманы. Уға ҡарап килеп мин үҙем дә йоҡлап киткәнмен.
Ауылға кисләтеп кенә барып еттек. Иң беренсе ҡапҡа тышына өрә-өрә Дүрткүҙ сыҡты. Беҙҙең тауышты ишетеүгә ҡойроғон болғап йүгереп килеп тә етте. Артынса ҡапҡала Нәзир ағайым күренде. Ул да, беҙҙең кеүек, Өфөлә йәшәй, һәр йәйҙе өләсәйҙәрҙә үткәрә. Быйыл да беҙҙән алдараҡ барып өлгөргән.
Өләсәй менән ҡартатай беҙҙе һағынған, тупылдатып һөйөп-яратып ҡаршы алдылар. «Балаҡайҙарым килгән», – тип ҡыуана өләсәй. Шунан Бестиямалды күргәс:
– Аһ-аһ, тағы бер ҡунаҡ бар икән дә баһа, – тип өҫтәй көлөп.
Бесәйебеҙ ул көндө һөт кенә эсте лә тағы йоҡланы.
– Юл һуҡҡан был бахырҙы, – ти өләсәй уны йәлләп. Мин бесәйҙе ҡасан, нисек юл һуҡҡанын күрмәй ҙә ҡалғанмын, йоҡлап киткәйнем, тинем бит инде.
Ә Симаның Бестиямалға иҫе китмәне. Күтәрелеп бер генә ҡараны ла үҙ эшендә булды. Эше шул һөт эсеү ҙә урындыҡҡа менеп ятыу инде.
– Бесәй рәхәткә сыҡты, – ти өләсәй. Урамдан да ҡайтып инмәй. Турғайҙарҙы, күгәрсендәрҙе баҫтыра икән ул. Был хаҡта Нәзир ағай һөйләне.
– Тауыҡтарға ем һипһәң, турғайҙар ҙа килә. Сима шым ғына ҡарап ята ла шуларҙы ҡурҡыта.
– Тотҡаны бармы?– тип һорайбыҙ ағайым менән бер тауыштан.
– Юҡ, – ти Нәзир ағай.
Ул беҙгә нисә ҡаҙ бәпкәһе, нисә тауыҡ себеше барлығын да һөйләне. Быҙау ҡыуғанын, һыйырҙы ҡаршыларға көтөүгә барғанында ҡурҡыныс үгеҙ күргәнен әйтте. Ярай әле ҡартатайға һарыҡ көтөргә сират етмәгән беҙ юҡта. Ә бит ауылға шуның өсөн киләбеҙ, ул турала мин һеҙгә һөйләрмен әле.
Иртәгеһен мин уянғанда бесәй иҙәндә ҡояш нурҙары менән уйнай ине. Тәҙрә эргәһендә үҫкән ағастың япраҡтары елгә тирбәлә, шуның күләгәһе төшә өйгә. Бестиямал шулар араһынан төшкән ҡояш нурҙарын тотмаҡ була.
– Бес, бес, кил миңә, – тием шыбырҙап ҡына. Ул йүгереп килә. Ярай әле алдан уяндым, юғиһә, малайҙар эләктереп өлгөрөр ине. Нәзир ағай ҙа бесәй ярата ул. Элегерәк Симаны гел уйната ине, хәҙер уныһы ҙурайған, шуға артыҡ иҫе китеп бармай. Әҙерәк булыша башлаһаң, яратмай мыяулай, хатта тырнап алыуы ла мөмкин. Ул күберәк тышта йөрөй, инһә лә өләсәйҙең аяҡ осонда ятырға ярата.
– Бесәйем менән бергә ҡартайып барабыҙ, – тип көлә өләсәй.
Ә ҡартатай йәйгеһен соланда йә баҡсала йоҡлай. Шунда карауаты тора. Беҙ көндөҙ шунда сығып аунап алабыҙ. Рәхәт кенә. Тимер карауатта рәхәтләнеп һикереп була, аҫтында пружиналары бар. Өсәүләшеп алмаш-тилмәш һикерәбеҙ. Тик аҙағынан ҡартатайҙың түшәктәрен кире йыйыштырып китергә кәрәк, юғиһә, һуҡрана ул.
Бестиямал яйлап ауылға ла өйрәнде. Өйгә үҙе инеп, үҙе сығып йөрөй хәҙер. Әммә бер көндө кисен ул оҙаҡ ҡына ҡайтманы. Беҙ тышта себештәрҙе бикләгәндә лә, көтөүҙән ҡайтҡан һыйырҙарға ашлы һыу эсергәндә лә күренмәне. Усаҡлыҡта сәй эсеп алдыҡ, инде йоҡларға ваҡыт етте – ул һаман юҡ. Мин ҡурҡа башланым. Ағайым да борсолдо.
– Бесәйҙәр аҙашмай ул, балам, хәҙер ҡайтыр, – ти өләсәй.
Шулай икәнен беләбеҙ ҙә ул, теге ваҡыт баҡсала юғалып ҡалғандан һуң төндә үҙе ҡайтҡан ине бит. Тик ауылда эттәр ҙә, бесәйҙәр ҙә күп бит, талап ташлаһалар?
– Һин уны һуңғы тапҡыр ҡайҙа күрҙең? – тип һорай ағайым минән.
– Баҡсала. Бая беҙ карауатта һикергәндә түтәлдәр араһында ултыра ине.
– Киттек, ҡарап киләйек.
– Киттек.
– Гөлбүләк, һин эйәрмә, беҙ үҙебеҙ ҡарап киләбеҙ, – Нәзир ағай Булат ағайыма эйәрҙе. Мин тупһала ултырып ҡалдым. Улар өләсәйҙең төндә алып сыға торған фонаригын тотоп, баҡсаға инеп китте.
– Бестиямал, кил-кил.
– Бес-бес, Бестиямал,– тигән тауыштары ишетелеп торҙо.
Шунан бер ваҡыт яман итеп бесәй мыяулаған, ырылдаған тауыштар яңғыраны, сыйылдауҙар ҙа ҡушылды. Миңә ҡурҡыныс булып китте. Ярай әле төпкө соландан ҡартатай килеп сыҡты. Ул кистәрен төнгә тиклем шунда гәзит йә китап уҡып ултыра.
– Малайҙар, ҡайтығыҙ өйгә! – тип ҡысҡырҙы ул баҡса яғына ҡарап.
– Хәҙер, ҡартатай, – тигән яуап килде теге яҡтан.
Бер аҙҙан ағайҙарым килеп сыҡты.
– Унда бесәйҙәр һуғыша, – тине Нәзир ағай.
– Бестиямал да шундамы? – тип һорайым.
– Ҡараңғы, күреп булмай, – ти Булат ағайым. Мин Бестиямалды йәлләйем. Күренеп тора, ағайымдар ҙа уны баҡсала ҡалдырғыһы килмәй.
– Ҡартатай, ә һин ҡасан йоҡларға сығаһың?
– Нишләп? – тип һорай ҡартатай хәйләкәр генә йылмайып. Шунан ағайымдың башынан һыйпай. – Әйҙә инде, киттек.
Улар өсәүләп тағы баҡсаға китте. Мин тупһала яңғыҙ ҡалырға ҡурҡып, өйгә индем.
Тиҙҙән Бестиямалды күтәреп ағайҙарым килеп инде. Бесәйебеҙ ҡурҡҡан микән, күҙҙәре ҙурайып киткән, үҙе ҡалтырай.
– Иии, ҡурҡма-ҡурҡма, – тип уны алмашлап һыйпайбыҙ.
– Күрше-тирә бесәйҙәре ят бесәй тип ҡыйырһытҡандыр шул, – тине өләсәй. Нәзир ағай Бестиямалдың сапсылған ере юҡмы, тип ҡарап сыҡты. Һуңынан миңә улар ҡартатайҙың сит бесәйҙәрҙе ҡыуып ебәргәнен, Бестиямалды муйыл ағасы аҫтында ултырған ерҙән табып алыуҙары тураһында һөйләне.
Мин уны үҙем менән алып яттым.
Һарыҡ көткәндә
Ниһайәт, ҡартатайға һарыҡ көтөргә сират килеп етте. Кис сәй эскәндә әйтте ул быны.
– Малайҙар, бөгөн иртәрәк ятып йоҡлағыҙ. Иртәгә көтөү көтәбеҙ, – тине.
– Ҡартатай, мин дә барам, – ти һалдым.
– Ҡыҙым, беҙ унда көнө буйы булабыҙ бит, арырһың һин, – ти ул.
– Барам.
Ағайыма ҡарайым. Ул мине яҡлап һүҙ әйтер, тип көтәм, беҙ бит ҡыш буйы хыялланып сыҡтыҡ!
– Ҡартатай, Гөлбүләк тә барһын. Арыһа, үҙем өйгә алып ҡайтып ҡуйырмын, – тине, ысынлап та, ағайым. Эйе шул. Иии, ошо ағайымды, гел мине шулай яҡлай ул. Теге ваҡыт шифаханала булғанда ла ҙурыраҡ малайҙар мине үсекләй башлағайны, тиҙ генә уларҙы эргәмдән ҡыуып ебәрҙе.
Ҡартатай иртә ятырға ҡушһа ла, тиҙ генә йоҡлап китә алманыҡ, бер килке шаярып яттыҡ. Өләсәй:
– Иртәгә көтөүгә тора алмай икән былар, – тигәс кенә шымдыҡ.
Иртәнсәк: «Тор, Гөлбүләк, әйҙә», – тигән тауышҡа уянып киттем. Ағайым тороп тышҡа сығып бара ине. Тиҙ генә артынан йүгерҙем. Усаҡлыҡта ҡартатай менән өләсәй сәй эсеп ултыра. Беҙ ҙә тиҙ генә битте йыуҙыҡ та уларға ҡушылдыҡ.
– Тәки килеп торған бит әле, – тине ҡартатай мине яратып.
Сәй эсеп бөткәс, өләсәй беҙгә ҡырҙа сәй эсергә моҡсайға тәмлекәстәр һалды. Ҡартатай ҡара сәйнүкте, банка менән һыу тотоп алды. Һеҙҙең ҡырҙа сәй эскәнегеҙ бармы ул? Ныҡ тәмле була бит ул! Беҙ былтыр атайымдар менән бесәнгә барғанда эстек. Әсәйем Һаҡмар буйына кер йыуырға төшкәндә лә гел сәй ҡайната. Ағайымдар менән өшөгәнсе һыу инеп сығабыҙ ҙа икмәк, печенье менән кәнфит ҡушып сәй эсәбеҙ. Ҡасан әсәйем отпускыға ауылға килә инде, тағы Һаҡмарға барыр инек.
– Башығыҙға кейегеҙ, – ти өләсәй беҙгә. Мин йүгереп өйгә инеп, сумканан ағайымдың да, үҙемдең дә ҡалпаҡтарҙы алып сыҡтым.
– Ҡыҙым, өҫтөңә кофта ал. Йә һалҡын ел сығып китер, кем белә, бәлки, ямғыр яуыр. Былай, яуа, тимәнеләр ҙә ул. – Ҡартатай ҡулдарын ҡашына ҡуйып, күккә ҡарай. – Малайҙар бирешмәҫ ул, шулаймы, улым? – Ул Булат ағайымдың арҡаһынан ҡағып алды.
Нәзир ағай был ваҡытта кәртәнән һарыҡтарҙы сығарырға киткәйне инде. Ул – ауылда беҙҙән оҙағыраҡ булған кеше, күберәк белә шул. Етмәһә, беҙҙән ҙурыраҡ та, ул Булат ағайымдан бер йәшкә оло.
– Булат, һин йүгер, урам ҡапҡаһын ас, – ти ҡартатай. Ағайым урам яҡҡа йүгерҙе. Кәртәнән сыҡҡан һарыҡтар баҡыра-баҡыра ҡапҡа яғына йүнәлде. Беҙ улар артынан эйәрҙек. Дүрткүҙ ҙә беҙгә ҡушылды.
– Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ, – тип тороп ҡалды өләсәй.
Өләсәйҙәрҙең өйө урамдың башында. Шуға беҙ һарыҡтарҙы ҡыуалап ҡуҙғалыуға башҡаларҙың да ҡапҡалары асылып, һарыҡтар, кәзәләр сыға башланы. Уларҙы оҙатып тороп ҡалған кешеләр ҡартатайға ла, беҙгә лә сәләм бирә.
– Ярҙамсыларың күп икән, ағай, – ти күрше инәй.
– Был ҡала балалары көтөү көтә беләме икән? – тип шаяртты бер ағай.
Урам һарыҡ-кәзәләр баҡырышҡан тауышҡа күмелде, көтөү ҙурайҙы. Ауыл осонда төрлө яҡҡа киткән юлдар бар, шуға ҡартатай әленән-әле ағайымдарға эш ҡуша.
– Нәзир улым, һин алғараҡ йүгер ҙә ана һул яҡтағы боролошҡа барып тор. Шул яҡҡа йүгермәһендәр. Булат улым, ә һин уң яҡтан көтөүҙең башына бар.
Дүрткүҙ берсә улар артынан йүгерә, берсә ҡойроғон болғай-болғай беҙҙең янға килә. Мин ҡартатай эргәһендә барам. Ул бер ҡулына тимер сыбыҡҡа тағылған ҡалайҙар тотоп алған.
– Ҡартатай, нимә ул?
– Былмы? Ә-ә, һарыҡтарҙы ҡурҡыта торған нәмә ул, ҡыҙым. Ситкә китә башлаһалар, ошолайтып шалтыратып алам, – тине ул. Ҡалайҙар, ысынлап та, күңелле генә тауыш сығарып шалтырап китте.
Урам бөтөп, үләнле ерҙәр башланғас, һарыҡтар ашарға кереште.
– Ҡыуаламағыҙ, малайҙар, – тине ҡартатай. Һәм беҙ яйлап ҡына улар артынан ферма яғына ыңғайланыҡ.
Ағайымдар былтыр ҙа көтөүгә йөрөнө. Мин унда бәләкәс булып ҡалдым. Хәҙер ҙурмын инде, II синыфты бөттөм. Ә нимәгә көтөү көтөргә барғым килгәнен әйтмәнем бит әле. Тәмле итеп сәй эсер өсөн генә түгел. Унда ағайымдарҙың тарзанкаһы бар. Һеҙ уның нимә икәнен дә белмәйһегеҙҙер әле. Эйелеп үҫкән ағасҡа ике ҡуллап йәбешәһең дә аяҡтарың менән ярҙан этенеп китәһең, тип һөйләне улар миңә. Ғәләмәт рәхәт була. Күҙҙәреңде йомһаң – бигерәк тә. Бына шул тарзанкала минең дә эйеп ҡарағым килә.
– Ҡартатай, ә һин үҙебеҙҙең бәрәстәрҙең бөтәһен дә таныйһыңмы? – тип уйҙарымды бүлә Булат ағай.
– Аһа, танымай ни, – тип көлә ҡартатай.
– Нисек таныйһың, бөтәһе лә бер иш тә инде? – тип аптырай Нәзир ағай ҙа.
– Ана, күрәһегеҙме, ҡолаҡтары ҡырҡылған, ҡайһыларының ҡабырғаһында йөнөнә ҡушып үрелгән таҫма елберҙәп тора. Улары алыҫтан таныулы булһын өсөн, унһыҙ ҙа кеше үҙенең малын таный ул, балалар, – тип кенә ҡуйҙы ҡартатай.
– Исемдәре бармы? – тип һорайым мин.
– Һарыҡтарҙыңмы?
– Эйе.
– Бәрәстәрҙең бөтәһенә лә ҡалайтып исем ҡушып бөтәһең? – тип көлә ҡартатай. Бер нисәүһенеке бар. Бәләкәс, тибеҙ иң һуңынан тыуғанына. Һыңар тигән бәрәс бар. Улар әсәһенән икәү тыуғайны, береһе ҡышҡы һыуыҡта өшөп үлде, быныһы – игеҙәктең һыңары. Анауһы – Ала бәрәс. Һыңарғолаҡ яңы ғына ошо тирәлә ине, ана, әсәһенең артында. Ҡышҡыһын бер ҡолағы туңып ҡуйған.
Шулайтып көтөү артынан эйәреп, ферманы ла үтеп киттек. Ул хәҙер бушап ҡалған, сөнки малдар йәйләүгә күсеп киткән. Беҙ уны ауылдағы Йәмилә инәйҙән беләбеҙ.
Мәкәтин йылғаһының үренә ыңғайланыҡ. Уның буйында рәхәт, йомшаҡ ҡына йәшел үлән. Сандалиға таш йәки ҡом да инеп аптыратмай. Һарыҡтар берсә йүгереп алға китә, берсә рәхәтләнеп үлән ашап тороп ҡала. Ҡайһылары туҡтап бәрәстәрен имеҙеп ала. Матур-матур ғына бәрәстәр бар. Кәзәләр һөҙөшөп тә китә, мин шуға уларҙан ҡурҡыңҡырайым.
– Ҡартатай, ә һеҙҙең нишләп кәзәгеҙ юҡ?
– Булды беҙҙең дә кәзәләр. Бөтөрҙөк хәҙер. Бигерәк әрһеҙ нәмәләр бит алар, тотоп алып булмай. Баҡсаны ҡуймайҙар, әллә ҡайҙан ҡыҫылып инеп китәләр, белмәҫһең.
Ҡартатайҙың баҡсаһы ҙур, беҙҙекенән дә ҙур. Унда бөтә нәмә лә үҫә. Алай ҙа кәзәләр юҡ. Беҙ көндөҙ тауыҡтар инмәһен тип ҡарап ҡына торабыҙ. Улар шунда инеп, түтәлде тибеп бөтә, тупраҡҡа күмелеп ятырға яраталар. Ә бер көндө ҡапҡаны япмай сыҡҡанбыҙ ҙа быҙау инеп киткән, өсәүләп саҡ баҫтырып сығарҙыҡ. Әлдә кәзәләр юҡ икән, тип уйлап ҡуйҙым мин.
Элегерәк баҡсаға малай-шалай төшөп аптыратҡан. Ҡыяр, алма урларға килгәндәр.
– Урлауҙары ярай инде, ағасты һындырып бөтә инеләр. Хәҙер һеҙ булғас, килмәйҙәр, – ти ҡартатай.
– Ҡурҡалар инде, – тип ҡуя Булат ағайым.
– Килеп ҡараһындар! – тип йөпләй уны Нәзир ағай.
– Һеҙ элек тә көтөү көтә инегеҙме?
– Юҡ. Элек тотош ауылға бер көтөү була торғайны, көтөүселәребеҙ ҙә бар ине. Хәҙер көтөүсе булырға теләгән кеше юҡ ауылда. Шуға һәр урам үҙенең һарығын сиратлап көтә, – ти ҡартатай.
– Ә йәй буйына нисә тапҡыр сират тура килә? – тип ҡыҙыҡһына Нәзир ағай.
– 15 көн һайын әйләнеп килеп етеп тора. Бына һанағыҙ инде үҙегеҙ.
– Бөгөн – июндең 15-е. Июлдә – ике, августа ике булһа, бөгөнгө менән бишәү була инде.
Нәзир ағай иҫәпләп тә сығарҙы. Урра, беҙ тарзанкала биш тапҡыр булабыҙ, тимәк.
– Беҙ сентябрҙә, ҡайһы бер йылдарҙа октябрь башында ла һарыҡ көтәбеҙ әле, балам. Һеҙ ул ваҡытта ҡайтҡан булаһығыҙ инде, – тип ҡуя ҡартатай.
Тарзанка
Тиҙҙән беҙ йылғаға барып еттек. Һарыҡтар кемуҙарҙан һыу эсергә йүгерҙе. Мәкәтин Һаҡмар кеүек ҙур түгел, бәләкәй генә, кисеп сыҡмалы. Ҡартатай бер ағас төбөнә сәйнүге менән һыуҙы ҡуйҙы, моҡсайҙы ботаҡҡа элде. «Ултыр, ҡыҙым, арығанһыңдыр», – тип, үҙе лә ағас күләгәһенә ултырҙы. Мин уның эргәһенә сүкәйҙем. Ағайҙарым һыу буйлап ары йүгерҙе.
– Хәҙер ошо тирәлә бер нисә сәғәт булабыҙ инде. Һарыҡтар һыу эсә-эсә ошонда ашай, ә беҙ ял итәбеҙ. Ҡояш төшлөккә етһә, улар ҙа ял итеп ала.
Бер аҙҙан малайҙар кире әйләнеп килде.
– Тарзанкаға буй етмәй, – тине Нәзир ағай бошонҡо ғына тауыш менән.
– Яҙ көнө ярҙы һыу йыуғандыр шул, – тине ҡартатай.
– Ә беҙ икенсе ағастарҙы ҡараныҡ инде.
– Эйелеп үҫкән тағы бер ағас бар унда. – Ағайымдар берен-бере бүлдерә-бүлдерә хәбәр һалды.
– Һыу буйында ағас етерлек инде, уландар, – ҡартатайҙың был һүҙҙәренән һуң күңелле булып китте, юғиһә, мин ҡурҡыуға ҡала башлағайным. – Ярай, тәүҙә ял итеп алығыҙ әле. Һуңынан әүһәләк эйерһегеҙ, ваҡыт күп.
Малайҙар ҙа беҙҙең эргәгә ҡунаҡланы. Күмәкләп ултырабыҙ. Беҙгә рәхәт.
– Элек был ерҙәр Макатин тигән фамилиялы бер урыҫ байыныҡы булған. Йылҡылары, һарыҡ-һыйырҙары менән йәйгелеккә ошонда күсеп, тирмәләр ҡороп йәшәгән. Шунан ҡалған инде йылғаның исеме.
Бер аҙ хәл алғас, ҡартатай беҙгә сыбыҡ-сабыҡ йыйып килтерергә ҡушты. Сәй ҡайнатыуға. Артынса миңә: «Ҡыҙым, һин йөрөмә, ағайыңдар үҙҙәре лә булдырыр, – тине. – Моҡсайҙа һыуыҡ сәй бар, кил, ҡойоп бирәм, һыуһағанһыңдыр», – тип тә өҫтәне.
Иртәнсәк бик ашағы килмәй ине, әле өләсәйҙең ҡоймағы бик тә ярап ҡалды.
Келт итеп Бестиямал иҫкә төштө. Мин бында ҡоймаҡлап тороп сәй эсеп ултырам, ул унда асығып йөрөмәйме икән? Өләсәй икмәк менән һөт бирергә онотоп ҡуймаһа ярар ине. Төштән һуң ятып йоҡлап ала торған инде. Йәл, бесәйҙе ҡырға алып йөрөмәйҙәр. Ана, Дүрткүҙгә рәхәт. Ҡайҙа барһаҡ та беҙҙең менән.
– Ниңә бошоноп киттең, ҡыҙым? – тип арҡамдан һөйә ҡартатайым.
– Бошонмайымсы, – тигән булдым.
Ул арала ҡоро-һары ботаҡ күтәргән малайҙар ҙа күренде. Нәзир ағай бер ҡосаҡ сыбыҡ йыйып алыуы етмәгән, ҙур ғына ҡороған ағас та һөйрәп алған. Ҡәнәғәт төҫ менән килә үҙе. Баҡһаң, улар тарзанкаға ярарлыҡ ағас табып, шыуып та ҡараған икән.
Күмәкләп ботаҡтарҙы ваҡлап һындырҙыҡ. Ҡартатай һыу ситендәге ҡомло ергә сәйнүкте ултыртты. Уның тирәһенә тәүҙә ваҡ сыбыҡтарҙы һалдыҡ, шунан – эреләрен. Теге Нәзир ағай килтергән ағастың бер осо иң өҫкә ятты. Йылға буйында зәңгәр генә төтөн таралды.
Беҙ сәй эсеп бөтөүгә һарыҡтар ҙа күләгәгә инеп ятып бөткәйне. Хәҙер тарзанкаға барыр ваҡыт. Ырғып торҙоҡ та үрьяҡҡа йүгерҙек. Дүрткүҙ ҙә беҙгә эйәрҙе.
– Абай булығыҙ, аяҡ-ҡулығыҙҙы ауырттырып ҡуймағыҙ, – тип тороп ҡалды ҡартатай.
Барып еткән ыңғайға Нәзир ағай бер ағастың аҫҡа һәленеп торған ботаҡтарына йәбеште лә аяҡтары менән ярҙан этенеп, һыуға табан эйеп китте.
– Иһооо!
Бик шат ҡиәфәттә кире әйләнеп килде ул.
– Әйҙә, хәҙер һин, – тине ул Булат ағайыма.
Ул да шулай итте. Йөҙө ифрат шат үҙенең.
– Әйҙә, хәҙер һин, Гөлбүләк, – тинеләр.
Мин ҡурҡып ҡалдым. Этенеп китә алырмынмы? Һыуға ҡолап төшөп ҡуйһам...
– Әйҙә, ҡурҡма, беҙ ярҙам итәбеҙ һиңә.
Ағайым мине күтәрҙе, үҙем ике ҡуллап ағас ботаҡтарына йәбештем. «Ныҡ итеп тотон, ҡулыңды ысҡындырма», – тине улар.
– Булды, – тим. Шунан мине икәүләп этеп ебәрҙеләр. Ҡурҡышымдан күҙҙәремде сытырҙатып йомдом. Унан осоп киттем. Күҙемде асҡанда кире ағайымдарҙың ҡулында инем инде.
– Рәхәтме? – тип һорайҙар бер тауыштан.
– Эйе, – тигән булам, ни булғанын аңлап өлгөрмәһәм дә.
Артабан сират Нәзир ағайға етте.
– Иһһоу! – Ағайҙарым төрлө ауаздар сығарып эйәләр ҙә, ярға килеп төшкәс, үҙҙәре шарҡылдап көләләр. Мине тағы күтәреп тотондорҙолар ҙа этеп ебәрҙеләр. Был юлы күҙемде йоммаҫҡа тырыштым. Атынып китеүгә эсемдә нимәләрҙер йыбырҙап, ҡытығымды килтерҙе. Шунан да көлкө килә икән. Дүрткүҙ яр башында беҙҙе ҡыҙыҡһынып ҡарап ултыра.
Шулайтып байтаҡ эйҙек беҙ. Әммә бер ваҡыт әллә ныҡлап йәбешеп өлгөрмәгәнмен, әллә бармаҡтарым талған, ысҡындым да киттем һәм шап итеп һыуға барып та төштөм.
– А-ааа!
Ҡысҡырып илап ебәреүем булды, ағайымдар һыуҙы шаптырҙатып эргәмә йүгереп килеп тә төштө.
– Ауырттымы?
– Ҡайһы ерең ауыртты?
Үҙем илайым, үҙемдең бер ерем дә ауыртмаған һымаҡ. Футболкам менән шортигым ғына һыуланды инде.
Мине күтәреп алып сыҡтылар. Беҙ яр башына менеп ултырҙыҡ. Уйын туҡтап торҙо. Шымыраҡ иларға тырышам, ҡартатай ишетеп ҡалһа, йә уйындан тыйып ҡуйыр, йә ағайымдарҙы әрләр.
– Илама, Гөлбүләк! – ағайым мине ҡосаҡлап, сәсемдән һыйпап ала.
Әҙерәк ултырғас, Нәзир ағай тағы тарзанкала эйә башланы. Артынан сират көткән кеше булмағас, ярға килеп етә лә, туҡтап та тормаҫтан, тағы этенеп китә. Үҙе төрлө тауыштар сығарып ҡысҡыра. Уға ҡарап ултыра торғас, беҙ көлөп ебәрҙек.
Унан Булат ағайым да шул хәрәкәттәрҙе ҡабатланы. Бер нисә мәртәбә атынғандан һуң: «Һин эймәйһеңме, Гөлбүләк?» – тип һораны.
– Эйәм, – тинем мин, битемде һөртә-һөртә.
– Тик ныҡ итеп тотон, йәме!
Арығансы эйҙек тарзанкала.
Беҙ сәй эскән урынға килгәндә ҡартатай юҡ ине. Ул таралыша башлаған һарыҡтарҙы йыйып алырға тип киткән икән. Ағайымдар ҙа уның артынан йүгерҙе. «Нәзир, йылға үренә табан бар, йәме, ҡайыр был яҡҡа һарыҡтарҙы!» «Булат, һин ана теге ҡыуаҡлыҡтан был яҡҡа бор!»
– Кем йырлай ине бөгөн һыу буйында? – тип ҡаршы алды мине ҡартатай. – Һин күрмәнеңме, бик матур итеп йырлап алды шунда берәү?
Тимәк, ул минең илағанды ишеткән, юрамал шулайтып шаярта.
– Һыуға ҡоланым, – тинем мин шыбырлап.
– Тарзанканан ҡолағас, кеше иламай инде, маймылдар бит иламай, – ти ҡартатай.
– Күңелең булдымы һуң, ҡасандан бирле тарзанка ла тарзанка, ти инең?
– Эйе, – тип башымды ҡағам мин.
– Ярай, берәй ерең ауыртмағас булған, – тип арҡамдан һөйҙө ул.
Беҙ һарыҡтарҙы ауыл яғына ыңғайлаттыҡ. Дүрткүҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп йүгереп йөрөй. Һарыҡ-кәзәләр туҡтап, ашай-ашай бара. Беҙ әкрен генә уларға эйәрәбеҙ. Ҡайһылары кире йылға яғына боролорға итә, ундай саҡта ағайҙарым әйткәнде лә көтмәй, йүгереп барып ҡайырып алып килә. Ә мин көтөүҙән тороп ҡалғандарын ҡыуып ебәрәм. Елле генә сыбығым да бар хәҙер. Уны бая Булат ағайым йылға буйында һындырып бирҙе. Улар үҙҙәренә лә оҙон тал сыбығынан сыбыртҡы эшләп алды. Быҙау ҡыуырға йәтеш кенә. Сыбыҡты шәп итеп һауа ярып төшөрәләр ҙә һыҙғырғанын тыңлап торалар.
– Шәп, ивет, ә!
– Бына минекен тыңла әле. Хәтәрме?!
Минең дә сыбығым елле, әммә улайтып шыйлата алмайым. Ә һарыҡтар барыбер ҡурҡа. Сыбыҡ тотоп йүгереп килә ятҡанымды күрһәләр, шундуҡ йүгереп китәләр.
Ул көндө мин ныҡ арып ҡайттым. Өләсәй мунса яғып ҡуйған ине, тиҙ генә инеп аяҡтарымды йыуып сыҡтым да ашап алғас та Бестиямалымды күтәреп өйгә инеп киттем. Ағайымдарҙың тыштан ингәнен дә белмәй йоҡлағанмын.
Һаҡмар буйында
Урра, әсәйем менән атайым да килде ауылға, уларҙың отпускылары башланды. Мин үҙҙәрен һағынып та өлгөргәйнем. Атайым ҡартатай менән бесәнгә йөрөй. Тиҙҙән ағайҙарҙы ла алып бара башлаясаҡтар бесән йыйышырға. Ә беҙ әсәй һәм өләсәй менән өйҙә ҡалабыҙ, беҙгә бында ла эш етерлек. Иң мөһиме – ағайҙар өйҙә саҡта Һаҡмарға кер йыуырға барып өлгөрҙөк.
Улар кер тултырылған кәритәне тотто, миңә сәйнүк бирҙе әсәй, үҙе оло ҡара биҙрәне эләктереп алды. Беҙ барғас та әсәйгә усаҡ яғырға сытыр-сатыр йыйып бирәбеҙ. Ҡороған ағас-ботаҡтар етерлек, шуларҙы күтәреп тә, һөйрәп тә килтерәбеҙ. Тик ағас араһына инһәң, йә кесерткән сағып, йә серәкәй тешләп ыҙалата. Серәкәйҙән бигерәк күгәүендәре аптырата әле уның. Ошо эш бөткәс инде, беҙҙе бер кем дә тотмай, һыуға йүгерәбеҙ. Мин хәҙер йөҙә лә белгәс, шул тиклем рәхәт. Былтыр өйрәнеп ҡайттым. Уға тиклем кисеүҙә яр ситендә генә аяҡтарымды сәпелдәтеп ята торғайным. Хәҙер ағайҙарым шикелле тәрәнгә үк бармаһам да, урта тирәлә йөрөй алам. Улар һыуҙа оҙаҡ ҡына сумып юҡ булып тора. Шунан ҡапыл килеп сығып, мине ҡурҡыталар. Былтыр атайым машина менән Борам туғайына һыу төшөргә алып барғайны, унда аръяҡтағы ярҙары шул тиклем бейек. Ике малай аръяҡ ярҙан һыуға сумып бер булды.
Әсәй менән йәйәүләп ундай алыҫҡа бара алмайбыҙ. Бармаһа ни, бында ла ҡыҙыҡ етерлек. Өшөгәнсе һыу төшәбеҙ, шунан ҡомлоҡҡа йүгерәбеҙ. Ә уныһы эҫе инде. Күмелеп ятаһың, рәхәт. Бер-беребеҙҙе ҡомға күмәбеҙ, битебеҙ генә күренеп тора. Ул да ялҡытһа, сәмей һөҙөргә тотонабыҙ. Бәләкәй генә селбәрәләрҙе тотабыҙ ҙа, һыу ситендә ҡоҙоҡ эшләп, шунда ебәрәбеҙ. Сәмей һөҙөргә берәй аҡ сепрәк кәрәк. Уны әсәйҙең йыуырға алып килгән керҙәре араһынан һайлап алабыҙ.
Бер көндө шулай әсәй усаҡлыҡтың тәҙрә ҡорғандарын йыуырға алып килгән ине. Береһен эләктерҙек тә, эй, һөҙҙөк, эй, һөҙҙөк. Балыҡтарыбыҙға әүрәп, уны бөтөнләй онотҡанбыҙ, бер ваҡыт әсәй, сепрәкте алып килегеҙ, йыуайым, тигәйне, ары ҡараныҡ, бире ҡараныҡ – юҡ. Аҡҡан да киткән. «Әсәй, аҫ яҡҡа йүгереп барып ҡарап киләйемме? – тигән булды ағайым. – Бәлки, берәй нәмәгә эләгеп торалыр». «Ҡуй, балам, йөрөмә, ҡайҙан ғына торһон инде. Күптән ағып киткәндер», – тине әсәй.
Ағайҙарҙы тыйып буламы, улар алдына алғанын ҡуймай ул. «Нәзир, һин яр башынан бар, мин һыу эсенән киттем», – тине лә Булат ағайым түбәнге яҡҡа ҡарай йүгерҙе. Уларҙы көтөп ултыра алмайым бит инде, ағайыма эйәрмәксе иттем. «Килмә, бар, һин балыҡтарҙы ҡара», – тип ағайым кире бороп ебәрҙе. Мин балыҡтарыбыҙ янына килеп сүкәйҙем. Уларыбыҙ етәү хәҙер, һыу эсендә йөрөйҙәр. Тик һыуҙары кәмегән һымаҡ булғас, услап-услап һыу өҫтәнем.
Былтыр мин йөҙөргә өйрәнгән саҡта шуларҙың береһен йоттом бит, Нәзир ағай шулай ҡушты. Шәп йөҙәсәкһең, тине. Кемдең шәп йөҙгөһө килмәһен. Ысынлап та, шунан һуң күп тә үтмәй, өйрәндем бит.
Балыҡтар янында ултырыу ҙа ялҡыта башланы. Ҡомдо йырып, уларҙы ағыҙып ебәрҙем дә әсәйем эргәһенә килдем.
– Эй, бынау малайҙар, буш нәмә артынан йөрөй, иҫ китерлек ҡорған түгел бит инде, – тип һуҡранды ул. – Тәрән түгел дә бит, һыуҙа бер нәмә ятып, аяҡтарын ауырттырыуҙары бар, ылымыҡ та күп быйыл.
Күп тә үтмәне, теге икәү аҡ селтәрҙе табып алып килде. Аҡ, тип әйтерлеге ҡалмаған инде, танымаҫлыҡ булып, һоро төҫкә ингән. Шулай ҙа беҙ шатландыҡ, ағайҙарҙың ауыҙҙары ҡолаҡтарына еткәйне. Ә теге юлы мин нәскийемде ағыҙҙым. Әсәйем уларҙы йыуҙы ла миңә бирҙе. Һыуҙа сайып алып кил дә үләнгә йәйеп һал, кипһен, тигәйне. Мин уларҙы алмаш-тилмәш үр яҡҡа ырғытам да ағып килгәнен көтөп торам. Шулайтып уйнай торғас, береһен алыҫҡараҡ һелтәнем шикелле, юҡ булды ла ҡуйҙы. Көттөм-көттөм, килеп сыҡманы. Тәрәнерәк ерҙән ағып киткәндер, тине әсәй.
Шулай, йылға буйында хәтәр күңелле. Асыҡтыра башлаһа, әсәй эргәһенә йүгерәбеҙ. Унда инде сәй ҡайнаған була, күмәкләп тәмләп һыйланабыҙ.
Каникул тиҙ генә үтте лә китте. Беҙгә ҡайтыр ваҡыт та етте. Шуға һуңғы көндәрҙә беҙ өләсәй менән ҡартатайҙың ваҡ-төйәк эштәрен эшләшәбеҙ. Уларҙы усаҡлыҡтан өйгә күсерәбеҙ. Әсәйем – һауыт-һабаны, ағайымдар ултырғыстарҙы өйгә алып инә. Бергәләп ярылған утынды һарайға ташыйбыҙ, ҡартатай уларҙы шунда теҙеп тора. Тәүҙә урам яҡта ярып өйөлгән утынды арбаға тейәйбеҙ, шунан өсәүләп һарайға этеп алып барабыҙ. Кире килгәндә мин буш арбаға менеп ултырам, ағайымдар алмашлап һөйрәй.
– Һеҙ ҡайтҡас, күңелһеҙ булып ҡала инде, – ти өләсәй менән ҡартатай беҙгә, – өйрәнеп ҡалғайныҡ.
Кистәрен ағайымдар ҡартатай менән шахмат уйнай, беҙ Бестиямал менән уларҙы ҡарап ултырабыҙ.
– Бестиямал Өфөләге өйҙө оноттомо икән? – тип һорайым мин.
– Улар өйөн онотмай ул, балам, – ти ҡартатай.
– Эйе, – ти Нәзир ағай, – яңыраҡ телевизорҙан күрһәттеләр. Бер бесәй әллә нисә йылдан һуң өйөн табып ҡайтып килгән. Беҙҙең бесәй ҙә баҡсала юғалмағайны ла ул, тик әле беҙ ауылда оҙаҡ булдыҡ бит!
Бестиямал дауаханала
Ауылды ҡалдырып китеүе күңелһеҙ булһа ла, ҡайтып еткәс, Өфөнө лә ныҡ һағынғанымды аңланым. Бестиямал менән икәүләп өйҙө ҡарап сыҡтыҡ, ағайым магазиндан туңдырма менән беҙ яратҡан һутты алып инде. Шунан рәхәтләнеп ятып телевизорҙан әкиәт ҡарап алдыҡ. Әсәйем менән магазинға барып мәктәпкә кәрәк нәмәләр һатып алып ҡайттыҡ. Ә шәмбе көн иртән торғас та баҡсаға киттек. Уҡырға барыр алдынан мунса төшөргә кәрәк тә инде.
Бестиямал машинанан төшкәс тә ҡыуаҡтар араһына инеп китте. Атайым менән ағай мунса яғырға тотондо. Әсәйем ашарға бешерә, миңә түтәлдән кишер йолҡоп индерергә ҡушты.
Бер ваҡыт бесәйебеҙ ҡайҙандыр яман мыяулап ҡайтып килде лә өйгә инеп китте. Нимә булды икән?! Мин уйлап та өлгөрмәнем, ағайым артынан йүгерҙе.
– Бестиямал, Бестиямал, – тибеҙ.
Тауыш бирә, үҙе күренмәй.
– Диван аҫтында, шикелле. – Ағайым иҙәнгә ятып ҡарай башланы.
– Бес-бес, кил бында!
Бесәй мыяуланы, әммә сығырға уйламаны.
– Уға нимәлер булған! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Булат ағай.
Атай менән әсәй ҙә килеп инде. Атайым диванды шылдырҙы. Шунда ғына Бестиямалды тотоп алдыҡ. Ул дер-дер ҡалтырай, ауыҙ-мороно – ҡан.
Мин ҡурҡып киттем.
– Атай, әйҙә врачҡа алып барайыҡ, – ти, ағайым хафаланып.
– Барабыҙ инде былай булғас, хәҙер кейемде алмаштырайым да.
– Мин дә барам.
– Бөгөн – шәмбе, көн дә кисләй, ветклиникалар был ваҡытта эшләй микән һуң? – тип икеләнде әсәй.
– Барғас, күҙ күрер. Ҡана, берәй таҫтамал һымаҡ нәмә бир, бесәйҙе төрөп тоторға, – ти атай.
Шулайтып, беҙ күмәкләшеп машинаға тейәлеп сығып киттек. Әсәй баҡсала бер үҙе тороп ҡалды.
Машинала ағайым бесәйҙе миңә тотторҙо ла телефонын ҡулына алды:
– Мә, мин интернеттан клиникаларҙың адрестарын ҡарайым.
– Берәүһен беләм Өфөгә ингән ерҙә. Шунда барып ҡарарбыҙ, – тине уға атай. – Кешеләрҙең эт-бесәйҙәр менән сиратта торғанын күргәнем бар.
Мин бесәйемде йәлләп ҡарайым. Шунда ғына иғтибар иттем: уның күҙенә лә нимәлер булған! Иларға етешкәнемде күреп, атайым мине йыуата:
– Ҡайғырма, ҡыҙым, бесәйҙәр бирешмәй ул.
Кирбестән эшләнгән ике ҡатлы бер йорт эргәһенә килеп туҡтаныҡ. Ихатала ҙур этен етәкләгән бер ағай менән бесәйен күтәреп алған бер апай тора ине. Атайым улар янына барып ниҙер һорашты ла беҙҙе саҡырҙы. Беҙ сиратҡа баҫтыҡ.
Бестиямалды ныҡ йәлләйем. Берәй ерең ауыртһа, ныҡ ҡыйын бит ул. Укол һалһалар бигерәк тә. Тамаҡҡа горчичник һалғандарын да яратмайым. Бестиямалға нимә булды икән, тип аптырашабыҙ.
– Берәйһе һуҡҡандыр йә типкәндер, – тип фараз ҡыла атай.
– Нишләп?
– Кем белә инде, балам, кешенең баҡсаһына барып ингәндер ҙә шуны яратмағандарҙыр.
– Үҙебеҙҙең баҡсала ғына йөрөһә ни була инде?!
Хайуандарҙың табибы ағай кеше булып сыҡты.
– Бесәйегеҙҙең исеме нисек? – булды уның тәүге һорауы.
Атайым беҙгә ҡарап алды ла: «Бестиямал», – тип яуап бирҙе.
– Әәә, Бести була, тимәк.
Шунан аҡ халатлы ағай бесәйебеҙҙең йәшен дә һорап яҙып алды ла уны икенсе бүлмәгә алып инеп китте. Беҙ көтөп ултырып ҡалдыҡ. Мин ул ағайҙы доктор Айболитҡа оҡшаттым. Теге Африкалағы доктор Айболитты һеҙ ҙә беләһегеҙҙер әле? Ул унда маймылдарҙы, крокодилдарҙы дауалай, ә беҙҙеке – эттәрҙе, бесәйҙәрҙе.
Тиҙҙән доктор Айболит кире килеп сыҡты, ҡулында Бестиямал юҡ ине.
– Бесәйегеҙҙең аҫҡы яңағы һынған, мейеһе һелкенгән, – тине ул. – Уға операция яһарға кәрәк.
Артабан атайым менән улар тағы нимәләрҙер һөйләште. Иртәгә Бестиямалды килеп күрергә була икәнен аңланым. Ашатырға иҙеп эшләнгән ризыҡ алып килергә кәрәк. Магазинда әҙер бутҡалар ҙа һатыла икән.
Беҙ кире баҡсаға киттек. Тышта ҡараңғы төшә башлағайны инде. Күңелһеҙ генә ҡайттыҡ.
– Бестиямал операция эшләгәндәрен белеп ятырмы икән? – тип һорайым мин.
– Йоҡлата торған дарыу эсерәләр инде, ҡыҙым, – ти атай. Шулай ҙа миңә ул ныҡ йәл.
Иртәгеһен атайым иртүк бесәйҙең хәлен һорап дауаханаға шылтыратты. Операция һәйбәт үтте, тинеләр. Беҙ өсәүләп тағы кисәге урынға киттек. Бөгөн сират күпкә ҙурыраҡ ине. Ләкин беҙгә көтөргә кәрәкмәне, шунда уҡ эскә үтергә саҡырҙылар. Дарыу еҫе аңҡып торған бер бүлмәгә барып ингәйнек, ике яҡтан да ситлектәр теҙелеп киткән. Һәр береһендә йә эт, йә бесәй ята. Хайуандарҙың дауаханаһы ошолай була икән. Ҡаршыбыҙға аҡ халатлы бер апай килеп сыҡты ла «Һеҙ кемгә килдегеҙ?» – тип һораны. «Бестиямалға», – тинек беҙ.
Ул көлөп ебәрҙе.
– Әәә, Бестиға. Бесәйегеҙҙең исеме үҙенә тура килеп тора шул, – тине. – «Бесится» тиеберәк нимәлер әйтте, ул һүҙҙе белмәһәм дә, башҡа эттәр-бесәйҙәр барыһы ла тыныс, беҙҙеке берәүҙе лә үҙенә яҡын ебәрмәй, тешләшә, тырнаша икәнен аңланым. Беҙҙең тауыштан танып ҡалды, шикелле, бер мөйөштә Бестиямалдың мыяулағаны ишетелде. Ағайым менән шул яҡҡа йүгерҙек. Ул бахыр ғына булып ситлектә ултыра, күҙҙәрен мөлдөрәтеп беҙгә ҡарай.
– Бестиямал, бес-бес, иии, Бестиямал, – мин уны һыйпамаҡ булдым. Тик ситлеккә ҡулды тығырлыҡ түгел шул. Күҙемдән йәштәр килеп сыҡты.
– Бына инде һеҙҙең бесәйегеҙ, – тине теге апай. Операция эшләнде уға. Аҫҡы яңағына пластина ҡуйылды. Хәҙер ике ай ул үҙе ашай алмаясаҡ. Тамағына шприц менән генә шыйыҡ бутҡа, һөт һәм һыу бирергә кәрәк була. Бутҡа алып килдегеҙме?
Атай магазиндан һатып алған нәмәләрҙе сығарып бирҙе.
– Бести өс көн беҙҙә ята әле. Уға укол яһайбыҙ, система ҡуябыҙ. Дауахананан сыҡҡас та дауалауҙы дауам итергә кәрәк була. Көн дә алып килеп йөрөрһөгөҙ.
Бестиямалдың эргәһендә оҙаҡ була алманыҡ, атайым операция өсөн аҡса түләп килде лә ҡайтырға сыҡтыҡ. Ул мине ҡосаҡлап алды.
Бесәй булмағас, өйҙә күңелһеҙ, баҫтырышып уйнап та булмай. Дәрестән ҡайтам да аңҡы-тиңке булып йөрөйөм. Синыфта ҡыҙҙар-малайҙар уҡыуҙың тәүге көндәренән үк бесәйемде һораша, дауаханала ятҡанын белгәс, күмәкләп ҡайғырҙылар. Әле лә көн һайын хәлен белешеп кенә торалар. Бер көндө «Иртәгә Бестиямалды сығаралар!» – тип һөйөнсөләне атай. Беҙ ҡыуанып киттек. Мин уның һауыттарын тағы бер ҡат йыуып ҡуйҙым.
Дауахананан сыҡҡанда ул ныҡ йонсоу ине. Ябыҡҡан, бысранып бөткән, йөндәре лә элекке кеүек ҡабарып тормай. Йыуындырып алыр инек, ҡулында катетер тигән нәмәкәй тора, шуның аша уға дарыу ебәрәләр. Система ҡуйҙыртырға атайым менән көн һайын теге клиникаға йөрөтәбеҙ. Катетерҙы ҡуйған саҡта алғы тәпәйҙәренең йөнөн ҡырғандар, улар яланғас, йәмһеҙ булып тора. Ә уколды Бестиямалға өйҙә әсәйем үҙе һала. Күҙҙәренә дарыу ҙа тамыҙа, улары боҙолоп, эренләп китте бит. Клиникала инфекция йоҡторған, тинеләр. Бесәй ҡулындағы катетерҙы тешләп алып ташламаҡсы була, шуға бер барғанда уның муйынына бер түңгәләк кейҙереп ҡайтарҙылар. Былай ҙа йонсоу Бестиямал хәҙер ҡурҡыныс ҡына булып ҡалды.
Ул йүнләп ашамай. Һыу ҙа эсә алмай. Элеккесә шәп-шәп итеп ялап ҡарай ҙа ул, йота алмай, ауыҙынан түгелеп тик тора. Әсәйем шприц менән генә ауыҙына шыйыҡ бутҡа һәм һыу ебәрә.
Хәҙер бесәйебеҙҙең ике исеме бар, ул икеһен дә белә. Беҙ уға ҡайһы саҡта Бести тип тә өндәшәбеҙ. Бестиямалды кем йәрәхәтләгәнен һис тә белә алманыҡ.
Тиҙерәк йүнәл инде, Бести, һин уйнамағас, беҙгә күңелһеҙ!
Һарысай
Беҙҙән күреп, Нәзир ағайым да үҙенә бесәй балаһы алдырҙы. Һары ғына. Шуға ла ул күп уйлап тормайынса, Һарысай тип исем ҡушҡан. Беҙ Булат ағайым менән уны барып күреп тә килдек. Туйғансы уйнап ҡайттыҡ. Элек Бестиямал менән уйнарға Нәзир ағай беҙгә килә торғайны, хәҙер Һарысайы булғас, һирәкләне.
Ә беҙҙең Бестиямал йүнәлә башланы. Укол һалмайбыҙ инде, күҙҙәре лә төҙәлде. Әммә һаман шприц менән ашатабыҙ.
– Бер бәйнәт булды инде бесәйегеҙ, – тип һөйләнеп ала ҡайһы берҙә әсәй. Шулайҙыр, сөнки уға хәҙер бесәйҙе ашатыу өсөн төш ваҡытында ла эштән ҡайтып йөрөргә тура килә. Шыйыҡ бутҡа иҙеп ашатыу, шприц менән һыу эсереү беҙҙең ҡулдан килмәй. Бесәйҙең ауыҙ-мороно бысранып бөтһә, йыуып ала.
Ҡышҡа ҡарай Бестиямалыбыҙ теремекләнде. Ул элеккесә беҙҙең менән баҫтырышып уйнай. Тик ауыҙы ғына етә ябылмай, саҡ ҡына теле күренеп тора. Ярай әле, әсәй әйтмешләй, шайыҡ-майығы ағып тормай.
Әйткәндәй, ул әсәйгә эҫенеп китте. Беҙҙең менән уйнап йөрөй-йөрөй ҙә, әсәй эштән ҡайтһа, ҡаршыһына йүгерә.
– Эй, мәхлүк, йылы ҡарашты кем яратмаһын, – тип һыйпап ала уны әсәй, тегеһе уның һайын һарыла. – Ғүмерҙә, бесәй көтөрмөн, тип уйламағайным, артыҡ яратмай ҙа инем һымаҡ. Бестиямалығыҙ мине лә үҙенә ҡаратып алды.
– Әсәй, һин бәләкәй саҡта ниндәй бесәйҙәрегеҙ булды? – тип һораным бер көндө.
– Һи, күп булды инде улар. Бик иҫтә лә ҡалмаған. Ә бына эттәребеҙҙе иҫләйем. Ыласыныбыҙ булды, шунан – Вулкан. Һуңғыһы Джек ине. Ыласыныбыҙҙы атып киттеләр.
– Нишләп, кемдәр атты?
– Элек ауылдарҙа бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙе аталар ине. Кешегә ауырыу-фәлән йоҡтормаһындар, малға теймәһендәр, тигәндәрҙер инде. Беҙҙең Ыласын һәр ваҡыт бәйле торҙо. Әҙерәк йүгереп уйнап алһын, тип кенә ысҡындыра ла кире бәйләп ҡуя инек. Бер көндө атайым сынйырын сискән икән, ул йүгереп урам яҡҡа сығып киткән. Тап шул мәлдә урамда эт атыусылар йөрөгән. Атып, машинаға тейәп киткәндәрен генә күреп ҡалған атайым. Был хаҡта ул беҙгә шунда уҡ әйтмәне, күршебеҙ инеп һөйләне. Беҙ апайым менән бесәнлектә көнө буйы илап ултырҙыҡ.
Минең күҙ алдымдан ошо ҡурҡыныс күренеш китмәй. Бестиямалымды ҡыҫып ҡосаҡлап бер килке шым ултырам.
– Бесәй менән этте көтөүе ҡыйын түгел дә ул, улар менән айырылыу ҡыйын, – тип ҡуя әсәйем. Ә нишләп айырылырға, мин Бестиямалды бер ҡайҙа ебәрмәйем.
Ысын, беҙ уны бер ваҡытта ла ҡалдырмайбыҙ. Баҡсаға барғанда ла өйҙән сығармайбыҙ, йә тағы туҡмалып ҡуйыр. Хәҙер ул машинала йөрөргә лә өйрәнде, тыныс ҡына ҡарап бара. Ә быйыл Нәзир ағайым да Һарысайын ауылға алып ҡайтты. Шулайта инде, ул бит өләсәйҙәргә оҙаҡҡа бара, әсәһе көнө буйы эштә була, ҡалдырыр кеше юҡ. Ә беҙ Бестиямалды быйыл йөрөтмәҫкә булдыҡ. Йә тағы ҡазаланып ҡуйыр.
Беҙ ҡайтҡанда өләсәйҙәрҙең бесәйе көсөкләгән ине. Дүрт балаһы бар, араларында аҡ ҡынаһы ла, ҡараһы ла, алаһы ла күренә. Улар усаҡлыҡтағы мейес артында ҡағыҙ ҡумтала ята. Тик мин уларҙы тотоп ҡарай ҙа алғаным юҡ, инәһе яҡын ебәрмәй. Мыяулап ҡурҡыта.
– Уларҙың әле күҙҙәре лә асылмаған, – ти өләсәй. Ярай, 1-2 көндән ояларынан сығып йөрөй башларҙар әле, тип көтөп йөрөй инем, бер көндө шундай хәл булды. Усаҡлыҡта ҡатыҡ эсеп ултыра инек, Сима бер балаһының елкәһенән тешләп алған да шым ғына тышҡа сығып китте. Бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та артынан йүгерҙек. Ә ул өй мөйөшөнән үрмәләп менде лә ҡыйыҡ эсенә инеп китте. Беҙ аптырашып ҡарап торҙоҡ та кире индек. Бер аҙҙан бесәйебеҙ тағы килеп инде лә икенсе балаһын алып сығып китте. Ҡалғандары ояһында мыяулап ята бирҙе.
– Нишләп өй башына ташый икән?
– Әллә.
– Ярай, ҡартатайҙан һорарбыҙ әле, – тиештек.
Бесәй иң һуңғы балаһын алып сыҡҡанда тағы артынан эйәрҙек. Ул йәһәтләп бүрәнәләрҙән менеп бара ине, инде етте тигәндә балаһы ауыҙынан ысҡынып төштө лә китте.
Дауамы. Башы 1-4-се һандарҙа.