-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
9 Декабрь 2023, 19:00

Әсәй һөйә кеүек йөҙөмдән...

Ябалаҡлап яуа мамыҡ ҡарҙар,

Әсәй һөйә кеүек йөҙөмдән...
Әсәй һөйә кеүек йөҙөмдән...

Аҡ биләүгә төрөп еремде.
Гүйә әсәм бишегенә һалып
Тибрәткәндәй миңә күренде.

Йым-йым янып яуған ҡарҙарымдан
Бишек көйө сыңлап ағылды.
Бына шунда ҡар аҫтында ҡалып,
Эй, һағындым сабый сағымды.

Ҡарҙар булып яуып ҡыш айында,
Әсәй һөйә кеүек йөҙөмдән,
Йә бер алып йылы ҡосағына
Үбеп ала һаҡ-һаҡ күҙемдән.

Ап-аҡ ҡарҙар килеп һырығанда
Бер сабыйҙай хистәр кисерҙем.
Әсәм тыны килеп бөркөлгәндәй,
Ҡар еҫенә бөгөн иҫерҙем.

Рәхәтлекте тойоп оҙаҡ-оҙаҡ
Ҡалғым килде гел бала саҡта.
Был тормоштар хәсрәт, һағыштарһыҙ
Булһасы тип тик бары аҡтан.

 

Нәсимә ҒАЙСИНА. Әбйәлил районы.

Һүрәттә: Ҡәҙерле әсәкәйем Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙы Иҫәндәүләтова. Урыны ожмах турендә булһын!

Әсәй һөйә кеүек йөҙөмдән...
Әсәй һөйә кеүек йөҙөмдән...
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: