Ышанам шуға үҙем.
Һығылып илар саҡта ла
Йылмая, балҡый йөҙөм.
Мин көслөмөн, тип әйтәм дә
Тағы ышанам шуға.
Йығылып ятыр саҡта ла
Сығып китәмен юлға.
Мин яратам, тип әйтәм дә
Ышанам шуға тағы.
Төңөлөп бөтөр саҡта ла
Күңелдә – хистәр наҙы.
Шулай ышанып йәшәйем
Мин ғүмерем буйына.
...Тик төндәрен генә йәнем
Һағышыма һыйына.
Фото: З. Хәкимова.