+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
14 Июль , 06:49

Йышыраҡ кил, апай, йышыраҡ кил

Апаҡайым килгән хәл белергә,

Йышыраҡ кил, апай, йышыраҡ килЙышыраҡ кил, апай, йышыраҡ кил
Йышыраҡ кил, апай, йышыраҡ кил

Килеп еткән миңә йыраҡтан.
Туғанымдың йөҙөн күреү бәхет,
Һөйөнөсөм ашты йөрәктән.

 

Тәмле итеп сәйҙәр эсеп алдыҡ,
Иҫкә алдыҡ үткән көндәрҙе,
Атай-әсәй тере ваҡыттарҙы,
Бергәләп уйнаған мәлдәрҙе.

 

Күршеләр ҙә иҫкә алындылар,
Туған-тыумаса ла барланды,
Йәшлегебеҙ, киске уйын мәле,
Егеттәр ҙә ситтә ҡалманы.

 

Сәскәләр ҙә, баҡса гөлдәре лә,
Болондарҙа йыйған еләктәр,
Барыһы ла иҫкә төштө бөгөн:
Әсәй теккән матур күлдәктәр.

 

Атай яһап биргән салғылар ҙа,
Көйәнтә лә иҫкә алынды,
Гөрләүектә кәмә ағыҙғанда
Күпме бутый батып ҡалынды...

 

Илаштыҡ та, көлөшөп тә алдыҡ,
Хәтирәнең булды төрлөһө —
Йөрәктәрҙә мәңге һаҡланырлыҡ,
Ҡәҙерле бит уның һәр бер(е)һе.

 

Йышыраҡ кил, апай, йышыраҡ кил,
Һөйләшәһе һүҙҙәр күп әле,
Иҫән саҡтың ҡәҙерен беләйек,
Һуҡмаҡты һыуытмайыҡ, йәме.

 

Зөлфиә ХӘЙРУЛЛИНА.

Сығанаҡ һәм фото: Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас