-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ярҙам

Урманда аҙашҡан бер малай ҡапыл бер бабайҙы күреп ҡалып, янына ашыҡҡан. – Юлды таба алмайым, – тип илап ебәргән ул. – Ҡурҡам, асыҡтым... Ярҙам итегеҙ миңә. Бабай бер һүҙ ҙә өндәшмәй, юлын дауам иткән.

Ярҙам
Ярҙам

Малай уның артынан илай-илай йүгергән: «Ашарыма бирегеҙ, асыҡтым». Ҡарт иһә ярҙам урынына үҙе еләк-емеш өҙөп ашай башлаған. Илап арыған малай ҙа бер аҙҙан бабайҙан күрмәксе ризыҡланырға тотонған. Икәүләп емеш-еләк йыйып, балыҡ тотоп, көр кәйеф менән ауылға илткән юлға килеп сыҡҡандар.

Ислам ҡушыуынса, баланы бәләкәйҙән үҙ көсөнә таянырға, кешегә һалышмаҫҡа, һөнәргә өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың «Үҙең тапҡан мал булмаһа, атайҙыҡы йәл түгел», «Ярҙам итәм тиһәң, кешегә балыҡ түгел, ә ҡармаҡ тотторорға кәрәк» кәрәк әйтемдәре – ҙур һабаҡ. Бала ҡаҙанышҡа үҙ көсө менән өлгәшмәй икән, яулағандың ҡәҙерен белмәйәсәк.

 

 

Башҡортса дини календарҙан әҙерләнде.

 

Фото: static.vecteezy.com.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: