«Хаж ғибәҙәтендә булмағандар был көндө ураҙа тотоп үткәрә. Ғәрәфә көнөндә тотҡан ураҙаның әжер-сауабы ике йыл дауамында ураҙа тотоуға тиң», – тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. «Был көндә тотҡан ураҙаһы өсөн кешенең бынан алдағыһы һәм бынан һуңғы ике йылда эшләгән гонаһтары ярлыҡана. Ғәрәфәлә ике көн ураҙа тотҡан кеше Әйүп пәйғәмбәргә бирелгән әжер-сауаптарҙы, Ғәрәфә көнөндә генә ураҙа тотҡан кеше Ғайсаға, ғәләйһис-сәләм, бирелгән әжер-сауаптарҙы алыр».
Ғәрәфә көнөндә һәр береһен «бисмилләһ» менән башлап, мең тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу сауаплы, тип дин өйрәтә. Хәҙистәрҙең береһендә: «Әл-Ихлас» сүрәһен мең тапҡыр уҡыған кешенең бөтә гонаһтары ярлыҡаныр», – тиелә.