-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – Ҡорбан ғәйете

Мосолмандарҙың мөһим байрамдарының береһе ул. Хаж тамамланыуын белдереп, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, ураҙанан һуң 70 көн үткәс, байрам ителә.

Бөгөн – Ҡорбан ғәйете
Бөгөн – Ҡорбан ғәйете

Ҡөрьән буйынса, улы менән ҡатынын Мәккә тирәһендә ҡалдырып киткәндән һуң Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, йыш ҡына шунда килеп, уларҙың хәлен белеп тора. Шулай бер килеүендә ул төшөндә үҙенең улының ҡорбанға салырға тейешлеге тураһында күрә. Уның был төшө зөлхизә айының 8-се, 9-сы, 10-сы төндәрендә тағы ла ҡабатлана. Былар Аллаһтың бойороғо булыуын аңлап, уны башҡарыу өсөн хәҙерге Мәккә ҡалаһы урынлашҡан үҙәнгә килә. Әммә Ибраһим өсөн был һынау ғына була. Аллаһ ҡорбанға килтерәсәк улын һарыҡ бәрәсенә алыштырырға бойора.

Ҡорбан салыу — шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Аллаһы Тәғәләнең  ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: