+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мең төрлө бәләнән ҡотолорға ярҙам итер

Әбү Һөрәйрә риүәйәт итеп ҡалдырған бер хәҙистә кеше сүрәтенә инеп, зәҡәт малына ҡул һуҙып торған шайтандың: «Мине ебәр, ебәрһәң, мин һиңә Аллаһ ризалығы менән файҙа килтереп кенә торған һүҙҙәр әйтермен», – тиеүе тураһында һүҙ бара. – Ул ниндәй һүҙҙәр? – ти Әбү Һөрәйрә. – Йоҡларға ятыу менән «Аллаһу ләә иләһә иллә һүүәл-хәййүл-ҡаййүм» тип башлап «Аятел-Көрси»ҙе тулыһынса уҡыһаң, һинең эргәңдә Аллаһтың һаҡсы фәрештәһе торор. Йоҡоңдан уянғансы шайтан һиңә һис тә яҡын килә алмаҫ, – тигән.

Мең төрлө бәләнән ҡотолорға ярҙам итер
Мең төрлө бәләнән ҡотолорға ярҙам итер

«Аятел-Көрси»ҙе ғүмерендә бер тапҡыр ғына булһа ла ҡысҡырып уҡыған кешегә Аллаһ фани донъялағы мең төрлө бәләнән, әхирәттәге мең төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотолоу юлын бүләк итер.

– «Аятел-Көрси»ҙе үҙен генә уҡыу ҙа мең аят уҡыу менән бер. Һәр кем өйөнән уны уҡып сыҡһа, йөрөгән еренән әйләнеп ҡайтҡансы ул Аллаһы Тәғәләнең яҡлауында булыр. «Аятел-Көрси» уҡылған йортҡа  утыҙ көн буйына шайтандар яҡын килә алмаҫ. Берәү йоҡоға китер алдынан уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уның үҙен дә, күршеһен дә, күршеһенең күршеһен дә, яҡын-тирәлә булған башҡа өйҙәрҙе лә һәр төрлө насарлыҡтан һаҡлар, – тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: