-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Изге йома көнө мөбәрәк булһын!

Бәндәләрҙең хаталарын кисереү, тәүбә итә белгәндәрҙең гонаһтарын ярлыҡау, әжер-сауаптарын күберәк биреү өсөн Аллаһы Тәғәлә мөбәрәк көндәр һәм кистәр булдырған. Йома – шундай көндәрҙең береһе.  

Изге йома көнө мөбәрәк булһын!
Изге йома көнө мөбәрәк булһын!

Йома көн – мосолмандарҙың был фани донъялағы һәм әхирәттәге байрам көнө. Ғибәҙәттәрҙе көсәйтеп, нәсихәттәргә нығыраҡ иғтибар биреп, иманды нығытып ала торған көн. Әммә ял көнө түгел.

«Әгәр ҙә мосолман был көндө яҡшы итеп йыуынып, йома намаҙына барһа, уның был аҙнала эшләгән бөтә гонаһтары ярлыҡаныр, намаҙға барған ваҡыттағы һәр аҙымы өсөн уға әжер-сауаптар бирелер.

Әгәр ҙә кеше йома намаҙынан һуң «Әл-Ихлас», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен ете тапҡыр уҡып сыҡһа, был кешене Аллаһ аҙна буйына төрлө бәлә-ҡазаларҙан һәм бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлар», – тигән пәйғәмбәребеҙ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: