-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һәр эште «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип башлайыҡ

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Эй, ҡәрҙәштәребеҙ! Гонаһлы эштәрҙән тәүбә итегеҙ. Әҙәмдәрҙең икешәр фәрештәһе бар: береһе – уң яғында, икенсеһе – һул яғында. Уң яғындағы фәрештә ҡылған яҡшылыҡтарын яҙыр, һул яғындағыһы яманлыҡты яҙыр. Уң яҡтағыһы һул яҡтағыһына әйтер: «Сабыр ит, яҙмай тор, ете сәғәт көтәйек, бәлки тәүбә итер, гонаһтарҙан ҡайтыр».  

Һәр эште «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип башлайыҡ
Һәр эште «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип башлайыҡ

Шуға фани донъяла иҫән саҡта мәңгелек эштәрҙе ҡылырға, был донъяны баҡый тип һанап йөрөмәҫкә өйрәтә динебеҙ. Һәр кемебеҙ эшкә тотонор алдынан: «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим», – тиһен. Эшенән бушағас: «Әл-хәмдү лил-ләһ», – тип әйтергә онотмаһын. Әгәр бер эш башҡарырға уйлаһаң, «эшләрмен» тиергә түгел, «бәлки эшләрмен иншәәъ Аллаһ» тиергә кәрәк.

Ҡурҡыныс, хәүеф булһа: «Лә хәүлә үә ҡуүәтә иллә бил-ләһил-ғәлиййил-ғәҙим», – тиегеҙ. Ҡайғы килһә: «Иннә лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғүн», – тиергә кәрәк. Кисен һәм көндөҙ: «Лә иләһә илләл-лаһ, Мөхәммәдүр-рәсүлуллаһ», – тип әйтегеҙ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: