-1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!

Йома көндәрендә ғәрәптәр ҙә йыш ҡына эшләп йөрөгән ерҙәренән, Мәҙинә тирәһендәге биҫтәләрҙән эҫе ҡояш аҫтында тиргә һәм саңға батҡан хәлдә мәсеткә йыйыла торған була. Берәү хатта пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, эргәһенә үк килеп инә. Шул ваҡыт пәйғәмбәребеҙ: – Бындай көндө һеҙ йыуынып та йөрөһәгеҙ ине, тип уны киҫәтеп алды, – тип хәтерләр булған Ғәйшә инәбеҙ.  

Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!
Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!

Әбү Һөрәйрә әйтеп ҡалдырған бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең халыҡ алдына сығып: «Был көндө Аллаһ ҡолдары – мөъминдәр ҡылған доғаларҙың Аллаһ тарафынан ҡабул ителә торған бер мәле бар», – тип ҡулдары менән киҫкен хәрәкәт яһап, был мәлдең бик ҡыҫҡа булыуын аңлатып та бирҙе», – тигән.

Һәр намаҙҙағы һымаҡ йома намаҙында ла кешенең бөтә иғтибары ғибәҙәттә булырға тейеш, тип өйрәтә дин. Сөнки ул был ваҡытта Аллаһ ҡаршыһында баҫа, уның үҙе менән әңгәмә ҡора. Был әңгәмәне бер нәмә бүлдерергә тейеш түгел.

– Эй, мөъминдәр! Әгәр ҙә йома көндө намаҙға саҡырып аҙан әйтелһә, бөтә эштәрегеҙҙе, сауҙаларығыҙҙы ташлап тороп, Аллаһты зекер итер өсөн намаҙға, вәғәз тыңларға ашығығыҙ! Белгегеҙ килһә, һеҙҙең өсөн был хәйерлерәк! – тип өйрәтә Ҡөрьән.

– Әлбиттә, йома намаҙы еңел түгел, әммә ләкин был намаҙ өсөн әжер-сауаптарҙың күпме булыуын белһәгеҙ, мәсеткә шыуыша-шыуыша булһа ла барырға тырышыр инегеҙ. Мәсеттә йома намаҙындағы беренсе рәт фәрештәләр сафына оҡшаш. Әгәр ҙә һеҙ беренсе рәттә тороуҙың игелеген белә алһағыҙ, унда урын алып ҡалыу өсөн кем уҙарҙан йүгереп, ашыға-ашыға барыр инегеҙ, – тигән пәйғәмбәребеҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: