Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра икән.
– Ә һин ниңә ҡулыңа ручкаңды алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.
– Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...
– Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?
– Йома, шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.
Ысынлап та, динебеҙ ҙә көндәрҙе яҡшы һәм яманға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында. «Әҙәм балаһы Раббыбыҙға һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зарлана, уны әрләй. Ә бит заман да – ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – ул», – тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмдең: «Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма», – тигән һүҙҙәрен дә онотмау зарур.
Фото: https://infourok.ru/uroki-po-balkarskomu-yazyku-po-teme-shkola-4423742.html.