+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
18 Август 2021, 08:19

Бөгөн – Ғәшүрә көнө

Ғәшүрә – Мөхәррәм айындағы иң мөбәрәк көн. Доғаларҙың күпселеге был көндәрҙә ҡабул ителә. Ғәшүрә көнөндә Аллаһы Тәғәлә күкте һәм ерҙе, йондоҙҙарҙы, ер өҫтөндәге тау һәм диңгеҙҙәрҙе бар итә. Тәүҙә фәрештәләр, унан Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, Ғәшүрә көнөндә яратыла. Ибраһимдың, ғәләйһис-сәләм, тыуған көнө лә Ғәшүрә көнөндә.

Бөгөн – Ғәшүрә көнө
Бөгөн – Ғәшүрә көнө

Был көндәрҙә тотҡан ураҙа бик сауаплы, ул йыл буйына эшләнгән гонаһтарҙы ярлыҡауға сәбәп була, ти. Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә, ғәләйһис-сәләм, ураҙа тоторға ҡушҡан булған. «Ғәшүрә көнөндәге ураҙа үткән йылдағы гонаһтарҙы ярлыҡай. Шуға кемдең мөмкинлеге бар, ураҙа тоторға тырышығыҙ», – тигән. Ураҙаны бер көн генә түгел, 2 йәки 3 көн итеп тоторға ҡушыла. Мөхәммәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, үҙе был ваҡыттарҙа өс көн ураҙа тотҡан.

Фирғәүендең һыуға батыуы, Ғайса пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, күккә ашыуы, Әйүп пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, төрлө ауырыуҙарҙан сәләмәтләнеүе, Әҙәм пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, тәүбәләре ҡабул ителеүе, Нух пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, туфан һыуынан ҡотолоуы – бөтәһе лә Ғәшүрә көнөндә булған, тиелә. Был көндө бирелгән бер бөртөк саҙаҡа өсөн дә ҙур әжер әҙерләнә, тигән һүҙҙәр ҙә бар.

 

 

Фото: https://www.cilecenter.org/resources/news/deadline-extended-call-research-papers-narrative-and-ethics-morals-quranic-stories.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: