-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
20 Август 2021, 09:13

Аллаһтан ҡурҡыу – игелек

Кешеләрҙең Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡа белмәүе шайтандарҙы арттырғандан-арттыра бара. Был бер кемгә лә сер түгел. Минең нимә эшләгәнемде бер кем дә белмәй, тип уйлай кеше, әммә ул бер ваҡытта ла яңғыҙ, бер үҙе генә тороп ҡала алмай. Аллаһы Тәғәлә: «Һин яңғыҙ булһаң, икенсеһе – мин, икәү булһағыҙ, мин – өсөнсө», – ти.

Аллаһтан ҡурҡыу – игелек
Аллаһтан ҡурҡыу – игелек

«Ҡайҙа булһағыҙ ҙа, Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡығыҙ, бер насарлыҡ эшләһәгеҙ, уның артынан уҡ насар эште юҡ итә торған яҡшылыҡ эшләгеҙ. Кешеләр менән игелекле мөнәсәбәттә булығыҙ», – тигән пәйғәмбәребеҙ.

Риүәйәттәргә ҡарағанда был өгөт-нәсихәтте пәйғәмбәребеҙ Йәмәнгә ебәргән ваҡытта Муғаз бин Жәбәл исемле сәхәбәһенә бирә.

– Ҡайҙа булһаң да Аллаһтан ҡурҡ, – ти ул.

– Тағы ла нимә эшләргә? – ти Муғаз.

– Әгәр ҙә насар бер эш эшләһәң, уның артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Ул алда эшләгән насарлығыңды юҡ итер, – ти.

– Өҫтәп тағы нимә эшләргә? – тип һорай сәхәбә.

– Кешеләргә игелекле бул! – ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.

 

 

Ән-Нәүәүиҙең «40 хәҙисенән».

 

 

Фото: https://zen.yandex.ru/media/id/5cebe32544f2e000b49f76a2/skazal-vsevyshnii-allah-sviat-on-i-velik-5f33d9be3e8daf73386e925c.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: