Ысынлап та, кеше бер ваҡытта ла яңғыҙ тороп ҡалмай. Уларҙың эргәһендә һәр ваҡыт фәрештәләр йөрөй. Был бәндәләрҙең яҙыҡ эштәрен күҙәтеп, тикшереп, эҙәрлекләп йөрөй тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, көнөн, төнөн дә бер-береһе менән алмашынып, улар кешеләргә күҙ-ҡолаҡ булып тора. Күп ваҡыт үҙҙәре һаҡлана белмәгәндәрҙе фажиғәле хәлдәрҙән һаҡлай, ҡылған ғәмәлдәрҙе лә яҙып бара. Һәр кемдең күрәсәге алдан уҡ маңлайына яҙылып ҡуйған булһа ла, Аллаһы Тәғәлә уны үҙ рәхмәтенән ташламай, ҡотолоуға барыу юлын күрһәтә, ярҙам итә. Аллаһы Тәғәлә: «Һаҡланғанды һаҡлармын», – тигән.
Яҡшы кешеләргә фәрештәләр яҡшыға барыу юлын аса, насарлыҡҡа бирелгәндәрҙе һаҡлауҙан туҡтап, яҙмыш иркенә ҡуя һәм бәләләргә юлыҡтыра.