-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
17 Сентябрь 2021, 08:06

Изге ғәмәлдәр генә ҡылып йәшәргә яҙһын!

«Берегеҙ ҙә һул ҡул менән ашамаһын, эсмәһен, сөнки шайтан һул ҡул менән ашай һәм эсә», – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм.

Изге ғәмәлдәр генә ҡылып йәшәргә яҙһын!
Изге ғәмәлдәр генә ҡылып йәшәргә яҙһын!

Шуға беҙ уң ҡул менән ашарға-эсергә, ашар-эсер алдынан «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип әйтергә, ашап бөткәс, «Әлхәмдү лилләһ» тиергә тейешбеҙ. Быларҙы ғәҙәткә индерһәк, бигерәк тә һәйбәт.

Ҡөрьәндә яҙылып, ҡәтғи рәүештә тыйылмаған, пәйғәмбәребеҙ тыйған ғәмәлдәрҙе мәкрүһ ғәмәлдәр тип атайҙар. Бында һул ҡул менән ашау-эсеү, тәсбих тартыу; бәҙрәфкә ингәндә уң аяҡ менән инеү; мәсеткә һул аяҡ менән инеү; өй эсендә эт аҫырау; йортта тәре тотоу; саманан тыш ашау һәм башҡалар инә.

Тағы ла «Сабырлыҡ – Аллаһы Тәғәләнән, ашығыу – шайтандан», – тигән пәйғәмбәребеҙ. Ниндәй генә эш эшләһәк тә, сабыр булып, уйлап эш итергә кәрәк. Юҡҡа ғына, олатай-өләсәйҙәребеҙ ҙә «Сабырлыҡтың төбө – һары алтын», – тимәгәндәрҙер.

Барыбыҙға ла мәкрүһ ғәмәлдәрҙән тыйылып, изге ғәмәлдәр генә ҡылып йәшәргә насип итһен!

 

 

Фото: https://www.thepublicdiscourse.com/pillars/the-human-person/page/29/ .

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: