+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
28 Сентябрь 2021, 14:58

«Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ»

Бер ғаиләлә көтөп алынған бала донъяға килә. Ата-әсәһе быға бик шатланып бөтә алмай, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр генә уҡый. Тик көтмәгәндә сабыйҙың хәле насарайып китә. Табиптар ҡул һелтәп, ниндәй диагноз ҡуйырға ла белмәй.

«Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ»
«Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ»

Тағы ла кискеһен "Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡыртҡас, әгәр ҙә балағыҙҙың температураһы төшмәһә, сабыйығыҙҙы юғалтыуығыҙ ҙа бар, ти табиптар. Ниндәй генә дарыу биреп,төрлөсә тырышып ҡарамаһындар,тик ауырыу балаға ярҙам итә алмайҙар, бәләкәстең хәле мөшкөлләнә генә бара. Өйҙә шундай ауыр мөхит урынлаша. Ни эшләргә лә белмәйҙәр.

Атай кеше йәстү намаҙын уҡып алғас, ошондай ауыр мөхиттән бер аҙ арыныр өсөн тышҡа сығып әйләнергә була. Урамды бер аҙ ҡыҙырып йөрөгәс, ул Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең хәҙисен хәтеренә төшөрә. Унда: «Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ», – тиелә. «Бындай ҡараңғыла мохтаж кешене ҡайҙан табайым һуң? Әллә береһенең ишегенә туҡылдатып, ярҙамымды тәҡдим итәйемме икән?» – тип уйлай. Шул ваҡытта юл эргәһендә һыуыҡтан өшөп, ашарға эҙләгән бәләкәй генә бер бесәй балаһын күреп ҡала. Атай кеше һис уйлап тормай, өйгә ҡайтып тиҙ генә ашарға ала ла бахырҡайҙы һыйларға тотона. Үҙенең уны йәлләүҙән күҙенән йәштәр аға.

Бесәй балаһын һыйлап,өйгә ҡайтһа,уны ҡатыны ҡыуанып ҡаршылай. Баҡһаң, сабыйҙарының температураһы төшөп, хәл ингән, әле йоҡлап киткән икән. Ауырыуы шулай бөткән.

Шул ваҡытта атай кеше тышта йөрөгән саҡта ас бесәй балаһын юҡҡа осратмауын аңлаған. Шулай Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән сабыйҙары шәбәйә. Юҡҡа ғына, һәр ауырыуҙан дауа бар, тимәйҙәр бит, тик дөрөҫ юлды таба белергә генә кәрәк.

 

 

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: