-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
29 Сентябрь 2021, 09:51

Насар төш – шайтандан

«Изге төш – Аллаһы Тәғәләнән, ә насар төш – шайтандан, үҙенә оҡшамағанды күреүсе өс тапҡыр һул яғына төкөрһөн һәм Аллаһы Тәғәләгә шайтандан яҡлау һорап мөрәжәғәт итһен һәм шунда уға зыян итмәҫ».

Насар төш – шайтандан
Насар төш – шайтандан

Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең төш күреүҙәр һәм шуға бәйле әйберҙәр хаҡында шулай тип әйткән һүҙҙәре бар. Аллаһы Тәғәләнең илсеһе хәйерле төштәрҙе шатлыҡлы хәбәрҙәр тип тә атай.

«Ҡиәмәт көнө яҡынайыуы менән мосолмандарҙың төшө  бик йыш ҡына раҫлауын табыр, сөнки мосолмандың төшө – ул пәйғәмбәрлектең ҡырҡ алтынан бер өлөшө», – тип тә белдерә. Был турала пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең әйтеүен Әбү Һөрәйрә һүҙҙәренән риүәйәт ителә.

 

Фото: https://funik.ru/funny-pictures/kartinki-pro-son-50-kartinok

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: