+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Иман» мәсете балаларҙы уҡырға саҡыра!

Өфө районы Михайловка ауылындағы «Иман» мәсетендә балалар өсөн дин дәрестәре уҡытыла башланы. Уҡырға теләүсе ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы йыйыу әле лә дауам итә.

«Иман» мәсете балаларҙы уҡырға саҡыра!
«Иман» мәсете балаларҙы уҡырға саҡыра!

Бында балалар ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, шул иҫәптән тәрбиә-әхлаҡ, дини ғибәҙәт тәртиптәре, пәйғәмбәребеҙ тормошо менән танышасаҡ. Дәрестәр аҙнаһына бер тапҡыр шәмбе көндө үткәрелә, иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Михайловка ауылындағы «Иман» мәсете Ленин урамы, 52/1 адресы буйынса урынлашҡан. Баш ҡалабыҙҙағы «Үҙәк баҙар» туҡталышынан 10 минут һайын 107-се автобус йөрөй.

– Балаларығыҙҙы алып килегеҙ,  көтөп ҡалабыҙ. Уҡыу йылы аҙағында йәйгеһен лагерь ҙа ойошторорға уйлайбыҙ, – ти ойоштороусылар.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо телефон һаны буйынса 8937 3124100 алырға мөмкин.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: