+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Каникулда – мәсеттә

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы – күңелле ял, мажаралы сәйәхәт осоро.  Шул уҡ ваҡытта кем өсөндөр белем алыу, донъяға яңыса ҡараш булдырыу мәле. Яҡшембәт мәктәбе уҡыусыларының бер төркөмө үҙҙәрең ялын дин тәғлимәттәрен  төшөнөүгә бағышлай.

Каникулда – мәсеттә
Каникулда – мәсеттә

 Ауылыбыҙҙағы мәсеткә Ислам һәм Азамат Исхаҡовтар,  Эмиль Хәмитов, Фидан Бирҙин, Айҙар Әҙеһәмов һәм Урал Дилмөхәмәдов ихлас йөрөй башланы. Улар өлкәндәр менән бергә дини һабаҡтар ала, намаҙ серҙәрен өйрәнә, аяттар ятлай. Уларҙы әйҙәүсе остаздары мәсетебеҙҙең имамы Фәрхәд Аҙнабаев егеттәргә ҙур өмөт бағлай. Инша Аллаһ, егеттәребеҙ ышаныстарҙы аҡлар, дини тәрбиә орлоҡтарын үҙҙәре лә сәсер әле.

Фәнүзә Хәлитова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

 Көйөргәҙе районы.

Каникулда – мәсеттә
Каникулда – мәсеттә
Каникулда – мәсеттә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: