-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер күреүҙән оҡшаны

Көн һайын дәрестәрҙән һуң спортзалға күнекмәләргә йөрөйөм.

Бер күреүҙән оҡшаны
Бер күреүҙән оҡшаны

Волейбол, баскетбол менән шөғөлләнәм. Бер көндө, БДПУ студенттары килә, тип күнекмәләрҙе икенсе көнгә күсерҙеләр. Беҙҙең гимназия һәм ошо уҡыу йорто егеттәре араһында баскетбол ярышы булырға тейеш ине.
Мин әхирәттәрем менән үҙебеҙҙекеләр өсөн «көйөргә» тип килдем. Уйын башланғас та, ҡаршы командалағы егеткә күҙем төштө. Ярыш бөткәнсе уны күҙәтеп ултырҙым. Бер күреүҙән шулай оҡшаны ла ҡуйҙы.
Икенсе көндө уларҙың тағы ла килеүен белдем һәм тиҙерәк спортзалға йүгерҙем. Ни тиклем исемен белгем килһә лә, һорарға ҡыйманым. Уйын барғанда ла, исмаһам, береһе лә уға исеме менән өндәшмәне. Ҡайтҡас, «Бәйләнештә»н эҙләргә булдым. Әммә таба алманым. Бөтә баскетболсы иптәштәрен таптым. Ә ул юҡ!
Уйымда шул егет кенә, хатта төшөмә инә башланы. Ә мин уның исемен дә белмәйем.
Ни эшләйем икән? Уны онота алмайым.

ЭЛЬВИРА.

Психолог кәңәше

Ҡыҙ кешене тәү сиратта тыйнаҡлыҡ, иплелек биҙәй. Ул егетте һин таптың да, ти. Артабан ни эшләргә уйлайһың? Нимә әйтерһең, ни һөйләрһең? Телефон номерын һорарһыңмы әллә осрашыуға саҡырырһыңмы? Шуларҙы күҙалларға ла кәрәк. Йөрәгең етеп, уның һиңә оҡшауын да әйттең, ти. Ә ул ҡабул итерме һуң? Көлөп кенә ҡарамаҫмы? Бындай осраҡта төрлөһөн уйларға кәрәк. Кешене тәү күреүҙән яратам, тип яңылышыуың да ихтимал. Ашығырға ярамай, көтә белһәң, ысын һөйөү бер ҡасан да урап үтмәҫ. Һәр ваҡыт мөләйем, әҙәпле булып ҡал.

Фото: persingergroup.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: