+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аҡтырнаҡ беҙҙе осраштырҙы

Хикәйә

Аҡтырнаҡ беҙҙе осраштырҙы
Аҡтырнаҡ беҙҙе осраштырҙы

Айбулат эт өргән тауышҡа уянып китте. Ғәҙәттә, уны әсәһе уята торғайны. Шул ваҡыт кисләтеп кенә күнекмәнән ҡайтып килгәндә юлда хужаһыҙ этте табып алыуын иҫләне. Эттең муйынсаһында кеҫә телефоны һандарын абайлаһа ла, һуң булғас, шылтыратып торманы. Иртәнсәк һөйөнсөләргә булды.
Телефонды яғымлы тауышлы ҡыҙ алды. Паркта йөрөргә сыҡҡанда тоғро дуҫы Аҡтырнаҡты юғалтыуы тураһында әйтте. Улар бөгөн осрашырға килеште.
Тышта көҙгө ҡояш һүрән генә йылмая. Шулай ҙа Айбулат, ямғыр яуып ҡуйыр тип, ҡулсатыр ҙа алды. Маъмайҙы етәкләп, һөйләшкән урынға юлланды.
Бер аҙҙан үҫмер бөхтә кейенгән, мөләйем ҡыҙ атлап килгәнен күрҙе. Ә Аҡтырнаҡ ҡыуанысынан ҡойроғон болғай-болғай, һикергеләп өрә башланы. Һылыуҡай, килеп еткәс:
– Заһиҙә булам, – тип ҡулын һуҙҙы Айбулатҡа. «Ниндәй матур исем!» – тип уйлап ҡуйҙы үҫмер эстән генә. Ысынлап та, Заһиҙәнең ҙур, серле ҡара күҙҙәре, ҡыйғас ҡаштары, тыйнаҡлығы уны бигерәк һөйкөмлө итә. Ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте генә түгел, ә күңеле лә матурҙыр төҫлө тойолдо.
Үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, тиҙ арала һүҙҙәре берегеп, һөйләшеп алып китте был икәү. Ошо тирәләге мәктәптәрҙә уҡыуҙары, спорт менән мауығып шөғөлләнеүҙәре асыҡланғас, әллә ҡасандан бирле бер-береһен беләләр кеүек тойолоп китте хатта. Шул ваҡыт ямғыр яуа башламаһынмы!
– Шәп яуған ямғыр тиҙ үтеп китә ул, – тине Айбулат. Шуға ҡулсатыр аҫтында тымғанын көтөп торорға булдылар. Ә дөрөҫөрәге, тиҙ генә айырылышҡылары килмәне. Тик Аҡтырнаҡ ҡына хужабикәһен өйгә ашыҡтырҙы: өрөп маташҡан булды.
Тап ошо көҙгө кистә Айбулат та, Заһиҙә лә үҫмерлек осороноң гүзәл бер битен асты, ғәжәп матур ҙа, серле лә, ымһындырғыс та ғашиҡтар һуҡмағына аяҡ баҫтылар.

Айзилә МУСИНА.

Фото: plotaverseapps.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: