Һине эҙләп үтте ғүмерем.
Һин булғанда ғына донъя йәмле,
Һине генә көттө күңелем.
Хыялымда урын алған егет
Ул, әлбиттә, йәнем, hин инең.
Хәҙер тормошомдо күҙ алдына
Килтерә лә алмам мин hинhеҙ.
Йөрәк менән йөрәк аңлашҡанда
Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?!
Тик янымда ғына булсы hәр саҡ
Ҡурсалаусы hәм дә ҙур терәк!
Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.
Фото:https://yandex.ru/images/search