Һеңлем телефондан әсәйемдең бер аҙ ауырыңҡырап тороуы хаҡында әйткәс, ауылға ҡайтып килергә булдым. Үҙем дә күптән йыйынғайным инде, мәле генә сыҡмайыраҡ торҙо. Магазиндан күстәнәстәр алдым. Уларҙы башта пакетҡа ғына тултырғайным. Кейем-һалымымды ла йыйнай башлағас, әйберҙәрем күбәйҙе лә китте. Шуға, эсенә әллә күпме нәмәләр һыя, уңайлы ла, тип юл сумаҙанын алырға булдым. Ултырғысҡа баҫып, антресолдән тартып сығарайым тиһәм, шап итеп иҙәнгә фотоальбом килеп төштө. Араһынан ниндәйҙер бер сепрәк киҫәге осоп сығып, өҫтәл аҫтына барып ятты.
Әллә теге ҡулъяулыҡ инде? Йүгереп барып, уны ҡулыма алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әстәғәфирулла, шул үҙе. Минең хәтеремдә ул ныҡ уйылып ҡалған. Баҙлап торған ҡып-ҡыҙыл рауза сәскәләре – һөйөү билдәһе. Минән йәшереп, Камил шунда мендереп һалған, тимәк. Уның менән инде бергә йәшәмәһәк тә, йөрәкте ниҙер семетеп алғандай итте.
Әйберҙәремде сумаҙанға тултырып, машинаға сығарып һалдым. Башта төрлө уйҙар ҡайнай. Тынысланырға кәрәк. Руль артында, Алла һаҡлаһын, әллә ниндәй бәлә-ҡазаға юлығыуың бар. Ара алыҫ ҡына. Боролмалы-боролмалы Белорет юлын сығыуы үҙе генә ни тора? Бик иғтибарлы булырға кәрәк. Йәш кеше түгелмен хәҙер.
Ауыр булһа ла, яратам ошо юлдан йөрөргә. Тәбиғәте иҫ китмәле бит был яҡтарҙың. Шул матурлыҡҡа ғашиҡ булып тороп ҡалғанмындыр, тип ҡуям ҡайһы саҡта. Анау торған бейек тауҙы артылып, әҙерәк барғас, мин килен булып төшкән ауыл күренәсәк. Тау аҫтында урынлашҡан ул. Тәүге йылдарҙа йыш ҡына ҡайтып йөрөһәм дә, Камил менән аралар һыуына башлағас, һирәкләнем, аҙаҡтан бөтөнләй бармаҫ булдым. Хәҙер янында туҡталып, ситтән генә ҡарап үтәм. Ана, нисек матур булып йәйрәп ята ул. Их, йүгереп кенә төшөргә лә ҡырҡ йылға артҡа кире әйләнеп ҡайтырға ине.
...Ҡасан ғына әле беҙҙе, ун биш ҡыҙҙы, комсомол юлламаһы буйынса бында төҙөлөш эшенә ебәргәйнеләр. Тимер юлы һалынған йылдар. Йөк машинаһына тейәлеп килеп төштөк. Шул тиклем күңелле ине.
Ауылдың матурлығы барыбыҙҙы ла хайран итте. Бындағы халыҡ әкиәт донъяһында йәшәй кеүек тойолдо. Эх, үтер ғүмер өсөн ошондай ерҙә генә йәшәһәң икән ул, тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ысынлап та, тороп ҡалдым. Әйткәнем Хоҙай Тәғәләнең: «Амин!» – тигән сағына тура килгән, күрәһең.
Беҙҙе дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Ашханаға барып ашап алғас, бүлмәбеҙҙә аҙ ғына ял итеп алайыҡ, тип ятып торғайныҡ, әүен баҙарына киткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Төн уртаһында уянһам, асыҡ ҡалған тәҙрәнән ингән муйыл сәскәһе еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Баштар әйләнерлек! Тороп урамға сыҡтым. Кисә килгәс тә бындағы хозурлыҡтың барыһын да абайлап өлгөрмәгәнмен икән. Бейек тауҙарҙы, ҡалын урмандарҙы тәүгә күреүем. Ожмахтың үҙе бит был!
Күп тә үтмәй, башҡалар ҙа уянды. Оҙаҡламай беҙҙең тәүге эш көнөбөҙ башланды. Тимер юлы хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән йорттарҙың подъездарын буярға ҡуштылар. Ҡыҙҙар менән иртән эшкә барабыҙ, кис ҡайтабыҙ. Йырлап йөрөп эшләйбеҙ, бер-беребеҙ менән тиҙ арала дуҫлаштыҡ, көндөң нисек үткәне лә һиҙелмәй. Шулай аҙна-ун көн тирәһе үткәс:
– Бында әбейҙәр йәшәйме, әллә йәш ҡыҙҙармы? – тип бүлмәбеҙгә ауыл егеттәре килеп инмәһенме! – Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ клубҡа. Йәштәр менән танышырһығыҙ. Күңелле итеп ял итерһегеҙ, – тип өҙмәй-ҡуймай, үҙҙәре менән алып сығып киттеләр. Йәштәр тыйнаҡ, ипле, ысынлап та, матур итеп күңел асып ҡайттыҡ. Шулай тағы бер нисә кис бейергә сыҡтыҡ.
Миңә иғтибар ҙур ине клубта. Ни өсөн тигәндә, барыһы ла тиерлек ҡара ҡашлы, ҡара күҙле һылыуҡайҙар, ә мин бер үҙем зәп-зәңгәр күҙле, яурындарыма тиклем төшөп торған аҡ, бөҙрә сәсле ҡыҙыҡаймын. Ҡыҙыҡ күреп ҡарайҙар ине, музей экспонатымы ни? Башҡаларҙан ныҡ айырылам шул. Шуғамы икән, яныма килеп һүҙ ҡушырға баҙнат итмәй бер булдылар. Бәлки, башҡа сәбәбе лә булғандыр, минең үҙемә шулай тойолдо инде. Ҡарап матур итеп йылмайып үтәләр, әммә яҡын килмәйҙәр. Уңайһыҙ ҙа була башланы. Бер көндө шулай торҙом-торҙом да, йәнем көйөп, бер үҙем ҡайтырға сыҡтым да киттем. Күп тә үтмәне, артымдан берәү йүгереп ҡыуып етте. Гитарала уйнаған егет икән. Эй, ҡыҙҙар ярата инде үҙен. Эргәһенән китмәйҙәр. Сибәр шул!
Ул оҙатып ҡуйырға рөхсәт һораны. Мин ҡаршы килмәнем. Камил тип таныштырҙы үҙе менән. Икенсе көндө гитараһын тотоп, беҙ йәшәгән ятаҡҡа килде. Бергәләп сәй эсеп, йырлашып ултырҙыҡ. Камил беҙҙең янға көн дә килә башланы. Башта нимә уйларға ла белмәнем. Яратҡан ҡыҙы бар, тиҙәр бит. Ә ул минең янда уралып-урала. Көндәрҙән бер көндө Камил:
– Ә мин һине тәү тапҡыр күргәс тә оҡшатҡайным. Тик яныңа килеп һүҙ ҡушырға ғына баҙнат итмәй йөрөнөм. Башҡаларға ла рөхсәт итмәнем, – тине.
– Һинән шулай ҡурҡалармы ни? Ҡыҙҙарҙы үҙеңдән рөхсәт алып ҡына оҙаталармы?
– Башҡалар мине ҡыҙыҡһындырмай, ә бына һине минән башҡа берәү ҙә оҙатмаясаҡ.
– Бик уҫал икәнһең. – Яратып йөрөгән ҡыҙы тураһында әйтергә уйлағайным да, ни өсөндөр, өндәшмәй ҡалыуҙы ҡулай күрҙем.
Шулай көн артынан көн үтте. Бер заман күмәкләп көлөшә-көлөшә эштән ҡайтып килһәк, юлыбыҙға бер ҡыҙ ҡаршы сыҡты. Туп-тура миңә ҡарап килде лә: «Мин Гөлсинә булам. Беҙгә һөйләшергә кәрәк», – тине.
Әҙерәк шөрләңкерәһәм дә, ҡыҙҙарҙан айырылып тороп ҡалдым.
– Беҙ Камил менән етенсе синыфтан дуҫлашып йөрөйбөҙ. Ул мине генә ярата. Һиңә барыбер өйләнмәйәсәк, ваҡытыңды әрәм итеп йөрөмә. Мине һиңә алыштырасағы юҡ, – тине лә китеп тә барҙы. Ни әйтергә белмәй торҙом да ҡалдым. Уның һүҙҙәре асыуымды килтерҙе. Шуға: «Ҡарап ҡарарбыҙ әле», – тинем дә юлымды дауам иттем. Эсемдән, Камил барыбер минеке буласаҡ, тип хәл итеп ҡуйҙым.
Камил менән осрашыуҙар дауам итте. Уның менән рәхәт, күңелле. Эй күп һөйләй инде үҙе, күпте белә. Барыһын ауыҙына ҡаратып ҡуя. Бүлмәләш ҡыҙҙарым да үҙен ярата. Ә бына уға кейәүгә сығыу тураһында уйлап та ҡарағаным юҡ ине, бынау Гөлсинәнең һүҙҙәре йәнде көйҙөрҙө бит.
Оҙаҡламай Камилды армияға алдылар. Оҙатырға Гөлсинә лә килгәйне. Әлбиттә, уның алдында үҙемде еңеүсе ҡиәфәтендә тоттом. Ә ул шундай бахыр һымаҡ күренде. Камил да үҙенә башын күтәрмәй генә, бер нисә тапҡыр күҙенең ҡырыйы менән ҡарап ҡуйҙы ла шуның менән бөттө. Ҡыйын булғандыр инде ул ҡыҙға. Шуға күп торманы, шәп-шәп атлап килеп Камилға сигелгән ҡулъяулыҡ тотторҙо ла йүгереп китеп тә барҙы.
Ҡулъяулыҡ... Ана шул ҡулъяулыҡ инде ул. Тимәк, Камил уны ғүмер буйына үҙе менән йөрөткән. Йәшереп һаҡлаған. Уф, бер нәмә лә аңлай алмайым.
Камилдың хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанын көтөп алдым. Буласаҡ ҡәйнештәрем ҡарап ҡына йөрөттө үҙемде. Гөлсинәнең уҫал ҡарашы менән йыш осрашырға тура килде, ләкин йәмһеҙләшеп йөрөмәнек. Ә бына Камилдың бүләк ҡулъяулыҡты ҡабул итеүе оҡшамағайны. Мин уны ырғытҡандыр, тип уйлағайным.
Армиянан ҡайтҡас, күп тә йөрөмәнек, өйләнештек. Туй көнөндә ҡунаҡтарҙан кемдер эргәмә килеп, мине тышҡа саҡырҙы. Уны-быны уйлап тормай, сыҡтым. Ә унда – илауҙан шешенеп бөткән Гөлсинә. Ҡурҡып киттем. «Кешене бәхетһеҙ итеп, барыбер үҙ бәхетеңде төҙөй алмаясаҡһың», – тине ул, күҙҙәремә туп-тура ҡарап. Мин шарҡылдап көлдөм дә инеп киттем. Ә уның күҙҙәре, нәфрәт, һағыш тулы ҡарашы мәңге хәтерҙә ҡалды.
Ә беҙ бәхетле була алдыҡмы һуң? Камил менән ҡырҡ йылға яҡын бергә йәшәп айырылыштыҡ. Нисектер ғүмер буйы бер-беребеҙгә сит кешеләр булып ҡалдыҡ. Йәшәй башлағанда барыһы ла һәйбәт кеүек ине, аҙаҡ өйҙә йәм тапманы ул. Төндәр буйына аш бүлмәһендә гитарала уйнап йырлар ине.
Икебеҙ ҙә эшләнек, фатир һатып алдыҡ. Өс балаға ғүмер бирҙек. Бөтәһе лә бар кеүек, әммә ниндәйҙер иң мөһим бер нәмә етмәне беҙгә. Гөлсинәнең рәнйеше ебәрмәнеме икән, тип тә ҡуям.
Донъябыҙ шулай аҫҡа тәгәрәгәндән-тәгәрәне. Аҙаҡ йыш ҡына эштән эсеп ҡайта башланы, юҡтан ғына тауыш ҡуптарҙы. Ә бер көндө ул бөтөнләй ҡайтманы. Ҡайғырҙыммы? Әйтә алмайым. Аҙаҡ, ауылында икәнен ишеткәс, тынысландым.
Уйҙар, уйҙар... Бер килеп инһә, сығарып ебәрермен тимә. Барыһы ла иҫкә төшә башлай. Ҡуҙғалырға кәрәк, тип тороп баҫтым. Тик ниңәлер шул саҡ йүгереп аҫҡа төшөп әйләнгем килде. Кемдер: «Бар, бар, күңелеңде тынысландыр», – тип арттан этәргән кеүек ине. Машинамды ҡабыҙып, төштөм дә киттем. Ауыл буйлап барам, береһен дә танырлыҡ түгел. Магазинға инеп һыу алып сыҡтым да кире ыңғайланым. Шул саҡ: «Ҡыҙым, тороп тор әле, Ҡырмыҫҡалы аша үтһәң, ултыртып ҡына алмаҫһыңмы икән?» – тип артымдан бер инәй ҡыуып етте.
– Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, – тип янымдан урын күрһәттем.
Был инәйҙе мин белмәйем булып сыҡты. Ауылдың осона сығып еткәйнек кенә ҡаршыбыҙға етәкләшкән бер ир менән ҡатындың килгәне күренде. Камилды шунда уҡ таныным. Ярай әле машинамдың тәҙрәләре ҡарайтылған, мине күрмәне. Ә тегеһе кем булды икән?
Уғаса булмай:
– Бынау бахырҙар әллә күпме ваҡыттан һуң барыбер бергә булып ҡуйҙылар, – тип юлдашым ауыр итеп тын алды.
– Кемдәр һуң улар, инәй? – тигән булдым, белмәмешкә һалышып.
– Камил менән Гөлсинә инде. Камил икенсегә өйләнгәс, тегеһе ауылдан сығып киткәйне лә. Ире вафат булғас, былтыр кире ҡайтып төштө. Бер генә бөртөк ҡыҙы бар. Уныһы Өфөлә эшләп йөрөй, шикелле. Камилы ла ҡатыны менән айырылышҡан булған икән. Шулай, хәҙер бергәләр.
– Бәхетле булһындар, – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Шулай булһын инде, ғүмер буйы Саҡ менән Суҡ кеүек йөрөүҙәре еткән, – тип ҡуйҙы инәй ҙә.
Йәшлек һәр кемгә бер тапҡыр ғына бирелә. Уны әллә ни эшләһәң дә, кире ҡайтарып булмай. Ҡәҙерен белергә кәрәк тә бит, һин тигәнсә генә буламы ни. Йырҙағы шикелле, һин яратҡан һине яратмай, һине яратҡанды һин яратмайһың. Үҙемдең тыуған ауылымда минең өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер торған Илдар исемле егет тороп ҡалғайны. Ваҡытында үҙен һанламаным. Уның менән мин дә, бәлки, бәхетле булыр инем...
Үҙемде ғәйепле тип һанайыммы? Эйе. Камилға яратып сыҡманым бит. Төҫкә-башҡа сибәр булһа ла, минең кешем түгел ине ул. Шулай булғас, ниндәй бәхетле ғаилә булыуы мөмкин? Гөлсинәгә үс итеп кенә сыҡтым бит. Ниндәй ҡурҡыныс аҙымға барғанмын!
...Машинам хәҙер тип-тигеҙ ялан юлынан елдерә. Их, ана шул тигеҙ юлдан бер ваҡытта ла тайпылмаҫҡа ине лә бит...
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.