+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Үҙенсәлекле «һәйкәл» ҡуя алыуым менән бәхетлемен»

Үлемһеҙ әҫәрҙәр була. Уларҙың бәҫен ваҡыт та, йәмғиәттәге туҡтауһыҙ үҙгәреш-боролоштар ҙа төшөрә алмай. Бер мәл интернет киңлектәрен гиҙгәндә Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» хикәйәһенә юлыҡтым. Бынан егерме йылдар самаһы элек һоро тышлы китаптан ошо әҫәрҙе ғаиләбеҙ менән ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡығаныбыҙ иҫемә төштө.Бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һуғыш тигән төшөнсәнең ниндәй мәғәнә аңлатҡанын үҙ иңдәрендә күтәреп, кескәй генә йөрәктәре ғүмерлеккә яраланған Мотаһар менән Миҙхәттең яҙмышы тетрәндергәйне ул ваҡытта. Нимәһе әһәмиәтле, күпме ваҡыт үтһә лә, был әҫәр­ҙе яңынан уҡып сыҡҡас, шундай уҡ тойғолар кисерҙем. Бына ҡайҙа ул һүҙҙең көсө, яҙыусы оҫталығы тип һоҡландым. Әҙәбиәт дәреслеге программаһына индерелгән был әҫәр тураһында авторҙың үҙе менән әңгәмәләшеү уйы ла тап шул мәлдә барлыҡҡа килгәйне.

«Үҙенсәлекле «һәйкәл» ҡуя алыуым менән бәхетлемен»
«Үҙенсәлекле «һәйкәл» ҡуя алыуым менән бәхетлемен»

– Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы, «Атай икмәге» әҫәрен яҙыу­ға нимә этәрҙе?
– Ҡәләм тибрәткән бер төркөм студент «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенә йөрөй торғайныҡ. Бер-беребеҙҙең ижад емеше менән танышабыҙ, күмәкләшеп тикшерәбеҙ, тән­ҡитләп ташлайбыҙ. Дөйөм ал­ғанда, әҙәбиәткә тәүге аҙымдарын яһаған йәш яҙыусылар­ға ысын мәғәнәһендә осош өсөн ҡанат нығытыу урыны булды ул. Мин дә тәүге әҫәр­ҙәремде ошо түңәрәккә йөрөгән саҡта яҙ­ҙым.
«Атай икмәге» хикәйәһен дә университетта уҡығанда ижад иттем. Һуғыш тематикаһы үҙем өсөн белгән аңлайышлы тема ине. Сөнки һәр ғаилә был афәтте кисергән. Шул осорҙа йәшәгән кешеләр араһында үҫтек. Минең күңелгә уйылған ваҡиғалар күп булды – ишеткәндәрем, уҡығандарым... Нимәлер тетрәндер­һә, ижадсы уйлана башлай, шул теманы күтәреп яҙғыһы килә. Минең атайымдың ҡус­тыһы Фәтҡулла ла һуғыш йылдарында ағыулы башаҡ ашап үлә. Ул йылдарҙа аслыҡ көслө була бит. «Атай икмәге» әҫәрендәге малайҙар образын тыуҙырыуҙа, уларҙың диалогтарын яҙыуҙа үҙемдең бәләкәй ҡустым да «ярҙамсы» бул­ғандыр. Сөнки бәләкәй малайҙар үҙ-ара нисек һөйләшә тип, Фәттәх ҡустымдың дуҫтары менән һөйләшкәнен тыңлай торғайным. Миңә ҡыҙыҡ ине. Шуға ла бик тәбиғи диалогтар тыуҙы.
«Атай икмәге» хикәйәһе – минең тәүге әҫәрҙәремдең береһе, ихлас яҙылды, шуға ла уны әҙәбиәтте уҡыусылар яратып ҡабул итте. Ә һуғыш йылдарында аслыҡтан ауылдарҙа бик күп кеше ҡырылған, айырыуса балалар. Мин иһә уларға әҙәбиәттә үҙенсәлекле «һәйкәл» ҡуя алыуым менән бәхетлемен.
– Сюжетта һүрәтләнгән ваҡиғалар ысынбарлыҡтан алынғанмы?
– Бындағы ваҡиғалар документаль күсермә түгел. Ундағы геройҙар – барыһы ла типикләштерелгән образдар. Һуғыш афәтен кисергән һәр ғаилә унда үҙенең туғандары яҙмышын күрә, таба ала. Ғәлләм ағай, йәғни атай образын тыуҙырғанда, мин үҙемдең яҡын кешемде һәр саҡ күҙ уңында тоттом. Ул көслө рухлы ғаилә башлығы, ысын атай. Шуға ла был образды һүрәтләүе миңә еңел булды.
– Әҫәр тәүге тапҡыр ба­ҫылып сыҡҡас, уҡыусылар тарафынан ниндәй фекер­ҙәр булды?
– «Атай икмәге» хикәйәһен «Шоңҡар» әҙәби берекмәһе етәксеһе, барлыҡ ағзаларҙың әҫәрҙәре менән бергә, Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзының пропаганда бүлегенә алып бара. Шунда прозаик Рәшит Солтангәрәев минең хикәйәмә иғтибар итә. Ул үҙе лә һуғыш осоро балаһы ине. Унан ошо әҫәрҙе «Ағиҙел» журналына тәҡдим итә. Журналдың баш мөхәррире Әмир Гәрәев хикәйәмде оҡшатып, мине редакцияға саҡырып алды, оҙаҡ итеп һуғыш мәлдә­рен иҫләп ултырҙы. Баш мөхәррир фатихаһы менән әҫәрем журналда донъя күрҙе. Был ғына түгел әле, мине ошо мәртәбәле баҫманың йыллыҡ лауреаты иттеләр. Студенттың ошондай баһаға лайыҡ булыуы журнал тарихында беренсе тапҡыр ине. Оло әҙиптәрҙең ышаныстарын аҡларға тырыштым. Артабан ижад итеүҙән туҡтаманым. Аҡларға тырышыу – бер. Минең үҙемә ижад эше бик оҡшай, ул миңә рухи ҡәнәғәтлек бирә. Иң мө­һиме, был хикәйә минең атайым менән әсәйемә оҡшаны. Атайымдың ҡыуаныуы минең өсөн иң юғары баһа булды, ошо баһаны төшөрмәҫкә тырыштым һәм тырышам.
«Атай икмәге» хикәйә­һе тураһында һәр осорҙа ла үҙ фекерҙәрен белдергәндәр күп булды. Уны классик әҫәр тип тә атанылар. Мин, әлбиттә, хикәйәмдең оҙон ғүмерле булыуын теләйем. Ул артабан да кешеләрҙең күңелен сафландырһын, уларҙы туғандарына ҡарата мәрхәмәтлерәк булырға өйрәтһен ине.
– Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған тағы ла ниндәй әҫәрҙәрегеҙ бар?
– Әҫәрҙәрем байтаҡ ҡына. «Толпар ҡанатлы була» хикәйәһе синыфтан тыш уҡыу китабына ингән. «Тылсымлы туҫтаҡ» урыҫ теленә лә тәржемә ителде һәм «Балалар әҙәбиәте антологияһы»нда бар. Минең иң ҙур шатлығым «Харис+Кирамат донъя» тип атал­ған фентэзи роман яҙыуым менән бәйле. Гарри Поттер тураһындағы романдарҙы уҡығандан һуң тыуған идеям­ды тормошҡа ашырҙым. Мин уны иң ҡыҙыҡ әҫәрем тип атайым. Төп геройым Харис Кираматтар, йәғни тылсым эйәләре донъяһында йәшәй, мажараларға, төрлө хәлгә юлы­ға. Ҡурҡыныс та, мауыҡтыр­ғыс та хәлдәр тасуирлана ун­да. Яуызлыҡ менән яҡшылыҡтың көрәшен бәйән итәм. Ни­сә йәштә булмаһын, һәр кем батырлыҡ эшләй ала, шуны күрһәттем. «Һине толпарың көтә, егет!» тигән повесым «Йәншишмә»лә яңыраҡ ба­ҫылды. Ундағы малай ҙа уҡыу­сыларға оҡшағандыр, тип өмөт итәм. Бигерәк тә йылҡы малын үҙ иткәндәргә.
– Йәш китап уҡыусы дуҫтарыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Китап уҡыған кеше үҙаллы фекерләргә өйрәнә, тимәк, ул киләсәктә шәхес буласаҡ. Милләте һәм республикаһы өсөн бик күп файҙалы эш атҡарасаҡ. Шәхес, лидер бул­ғығыҙ килһә, китаптарға мөрәжәғәт итегеҙ. Улар һеҙ­ҙе рухи яҡтан сыныҡтырасаҡ.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА һөйләште.
Өфө ҡалаһы.

Милена Абдуллина, Ғафури районы Красноусолдағы Нияз Мәжитов исемендәге баш­ҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы:
– «Атай икмәге» әҫәре менән тәүге тап­ҡыр әҙәбиәт дәресендә танышҡайным. Күҙ йәштәрһеҙ генә уҡып сығып булмай. Һуғыштың аяуһыҙ еле меңәр саҡрымдарға ла барып етеп, үҙенең «ҡара эш»ен унда ла башҡарып өлгөргән. Быны Мотаһар исемле кескәй малайҙың үлемендә лә күрергә була. Тотош ил аслыҡтан яфаланған, унан аяҡ һуҙған меңәрләгән сабыйҙың яҙмышы хаҡында беҙ ололарҙың һөйләүе буйынса ла, китаптарҙан уҡып, фильмдарҙан ҡарап та беләбеҙ. Фәрзәнә Аҡбулатова иһә ошо теманы үҙенсә һәм үҙенсәлекле итеп аса, яҡтырта алған.
Һуғыштың ауырлығын әҫәрҙә һүрәтләнгән кескәй генә, әммә мөһим деталь, ваҡиғаларҙан аңлайбыҙ.
Беренсенән, Миҙхәт ҡустыһын әүрәтергә, ваҡытлыса ғына булһа ла ашау тураһындағы уйҙарын йыраҡҡараҡ ҡыуырға теләп, иҙәнгә һүрәт төшөрөп уйнарға тәҡдим итә. Тик билбау аҫты күптән бушаған малай башҡа нәмә хаҡында уйлай алмай. Шуға ла ул, ағаһы ҡушмаһа ла, йә йомро икмәк, йә картуф, йә көлсә төшөрә.
Икенсенән, малайҙарҙы әсәләре ныҡ ярата. Әммә Миҙхәт алдағы көндәргә тип һаналып, тигеҙ итеп бүленеп ҡуйылған картуфтарҙың береһенә генә тейһә лә, ул улына асыулана. Бының сәбәбе аңлашыла: әсә балаларын аслыҡтан нисектер йолоп алып ҡалырға тырыша. Бар булған ризыҡты бер нисә көн эсендә ашап бөтһәң, ҡара ергә аяҡ баҫҡансы ауырға тура килерен яҡшы аңлай ул.
Өсөнсөнән, күршелә йәшәгән Хәҙисә инәйҙәрҙең өйөндә лә шул уҡ ауыр хәл ҡабатланғанлығы күренә. Был Миҙхәт бешертеп алыр өсөн ике картуф тотоп уларға бар­ғандан һуң асыҡлана. Көн дә ярты-йорто ғына итеп туҡланған ейән-ейәнсәрҙәре әбей тышта саҡта малайҙарҙың өлөшөн ашайҙар ҙа ҡуялар. Ярай ҙа Хәҙисә инәй уларҙы ла мәхрүм итмәй. Бер туҫтаҡ ҡатыҡ булһа ла биреп сығара.
Ғөмүмән, тыныс, етеш тормоштоң ҡәҙерен аңлар, белер өсөн һәр тиңдәшемә был әҫәрҙе уҡырға тәҡдим итер инем.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: