-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
8 Август 2021, 07:00

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың тыуыуына – 85 йыл

8 августа Башҡортостандың халыҡ, атҡаҙанған артисы, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Фәрит Бикбулатовтың тыуыуына 85 йыл тула. Халыҡсан, ҡабатланмаҫ моң эйәһенең йырҙарын һаман да яратып тыңлайбыҙ.

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың тыуыуына – 85 йыл
Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың тыуыуына – 85 йыл

Фәрит Хәйбулла улы Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында донъяға килә. Юлдыбай ауылында ете синыфты тамамлағандан һуң, район комсомол комитеты юлламаһы менән киномеханик булып эшләй.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһының 1-се һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Бында йәмәғәт эштәрендә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡала профсоюздар ойошмаһы хорында йырлай.

Училищены тамамлағас, Өфө моторҙар эшләү заводында үҙаллы хеҙмәтен башлай. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң хор һәм драма түңәрәктәренә йөрөй. Агитбригада составында концерттарҙа ҡатнаша. Завод коллективы Фәрит ағайға Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә тәҡдим итә.

Был уҡыу йортонда ул Аэлита Хәйрулла ҡыҙы Чемборисова синыфында уҡый. Уҡып йөрөгән йылдарында уҡ төрлө конкурстарҙа сығыш яһай башлай. 1967 йылда Польшала үткән Хеҙмәт резервтары фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә ирешә. Профессиональ белем биреү коллективтары араһында республикабыҙҙың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Башҡортостан фольклор әҫәрҙәре сығышы менән бик ҙур уңыш ҡаҙана. Йәш йырсы Фәрит Бикбулатов тураһында күп сит ил гәзиттәре яҙып сыға. 1968 йылда уҡ БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса «Башҡортостан" ижад клубына эшкә саҡырыла.

1969 йылда уҡыу йортоноң вокал бүлеген уңышлы тамамлап, 21 йыл буйына Фәрит Хәйбулла улы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй: башта диктор, артабан мөхәррир, йыр бүлеге өлкән мөхәррире була. 1989—1998 йылдарҙа «Башҡортостан» ижад клубында директор һәм солист вазифаһын башҡара. Үҙен юғары квалификациялы журналист, оҫта йырсы, талантлы телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы итеп таныта. Төрлө конкурстар ойоштороусы һәм ҡуйыусы булараҡ киң танылыу яулай. «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивален ойоштороусыларҙың береһе.

Фәрит Бикбулатов эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы булып танылды. Милли сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Фәрит Бикбулатов башҡарған бик күп йырҙар «Аҡҡош куле», «Уҙып барған ғүмер», «Гармунлы йәшлек» һәм башҡалар халыҡ яратып йырлаған йырҙарға әйләнеп китте. Репертуарында бик күп башҡорт халыҡ йырҙары: «Зөлхизә», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал», «Шәүрә», « Шафиҡ» һәм башҡалар. Йырсы йомшаҡ тембрлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә. Уға күңелгә үтеп инерлек башҡарыу оҫталығы хас. Роза Сәхәүетдинова, Зәбих Мамалимовтың, Сара Садиҡованың лирик йырҙарын да тәүгеләрҙән булып башҡарыусы.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: