-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Исеме онотолмай

Билдәле башҡорт ҡурайсыһы, йырсы, актёр, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Зөлҡәфи улы Сөләймәновтың тамырҙары Баймаҡ ерҙәрендә башлана.

Исеме онотолмай
Исеме онотолмай

Ете йәштә генә ҡулына ҡурай алған Ғата Сөләймәнов үҙ тиҫтерҙәре араһында билдәлелек яулай. Көндәр буйы көтөү көтөп йөрөүсе малайға был шөғөл шатлыҡ һәм күтәренке дәрт бирә.
1927 йылда ун биш кенә йәшендә ул баш ҡалаға юллана. Ике генә йыл булыуына ҡарамаҫтан, Ғата Сөләймәнов Өфө мәҙәниәтенең күп кенә яҡтарын күреп-белеп ҡайта. Техникумда уҡыған осорҙа «Башҡорт туйы», «Аҡшам батыр» һәм башҡа спектаклдәрҙә үҙен һынап ҡарай.
1936 йылда Ғата Сөләймәновты Мәскәү дәүләт консерваторияһының Башҡорт студияһына уҡырға ебәрәләр. Утыҙ йылға яҡын ғүмерен ул театр сәнғәтенә бағышлай.
Ижадының иң уңышлы мәле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында эшләү осоронда була.
Ғата Сөләймәнов ҡурай буйынса эҙләнеү эштәренә бағышланған хеҙмәттәре менән дан тота. Уның «Музыка һәм йыр дәрестәре», «Ҡурай» китаптары бик күп музыка һөйөүселәрҙең өҫтәл китабына әйләнде. Шулай уҡ ҡурай класы өсөн китап төҙөлә, унда операнан ариялар, халыҡ йырҙары, фортепиано ҡатнашлығында ҡурайҙа уйнау өсөн композиторҙарҙың романс һәм йырҙары индерелә.
Был китаптар Ғата Сөләймәновтың, уҡытыусы булараҡ, ҡурайсылар кадрҙарын әҙерләү өсөн һалған тынғыһыҙ хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе булып тора. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ун йыл дауамында Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегендә белем бирә. Уны асыу һәм  артабанғы үҫеше өсөн дә ҙур көс һала. Ун йыл эсендә училищенан өс тиҫтәгә яҡын музыкант-ҡурайсылар сығарыла.
1988 йылдың 25 июнендә 75 йәшлек Ғата Сөләймәнов мәрхүм була.Әммә исеме онотолмай. Билдәле ҡурайсы, артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Баймаҡ районының Төркмән ауылында уның хөрмәтенә музей асыла.

Сығанаҡ: blogspot.com

Фото:tildacdn.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: