+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Композитор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роза СӘХӘҮЕТДИНОВАға — 85 йәш.

Роза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова 1937 йылдың 25 июнендә Тажик ССР-ы Сталинабад (Дүшәмбе) ҡалаһында тыуған.

Композитор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роза СӘХӘҮЕТДИНОВАға — 85 йәш.
Композитор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роза СӘХӘҮЕТДИНОВАға — 85 йәш.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ата-әсәһе менән Башҡортостандың Шишмә ҡасабаһына күсеп ҡайта. Мәктәпте тамамлағандан һуң Роза Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә — Фәйзи Ғәскәров етәкселек иткән халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, эстрада бригадаларында эшләй. Сибай ҡалаһы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе була.

1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

1970 йылдарҙан башлап Роза Хәйҙәр ҡыҙы йырҙар ижад итә. Был осорҙа Башҡортостан телевидениеһында тауыш режиссеры булып (1980—1984), уның йырҙары йырсылар тарафынан ихлас башҡарыла,ә халыҡ уларҙы яратып ҡабул итә.

1971—1980 йылдарҙа Өфө ҡалаһында 100-сө мәктәптә музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Хор етәксеһе була, мәктәп эргәһендәге хор студияһын да алып бара. 1980—1984 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт телерадио комитетында тауыш режиссёры була.

Роза Сәхәүетдинова йырҙары Фәрит Бикбулатов, Нәзифә Ҡадирова, Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Фәнүнә Сиражетдинова, Фәнәүи Сәлихов кеүек билдәле Башҡортостан йырсылары башҡарыуында яңғырай. Татарстанда Ренат Ибраһимов, Хәйҙәр Бегичев һәм башҡа йырсылар репертуарында була.

Р. Сәхәүетдинова музыка ҡоралдары һәм хор өсөн әҫәрҙәр, шулай уҡ Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибаев, Рәми Ғарипов,Муса Сиражи, Тамара Ғәниева шиғырҙарына йырҙар һәм романстар ижад итә.

Роза Хәйҙәр ҡыҙы спектаклдәр, радиопостановкалар өсөн  дә музыка ижад итә, СССР-ҙа билдәле булған «Мелодия» Бөтә Cоюз фирмаһы уның грампластинкаларын сығара.

1991 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Союзға ингәндә рекомендацияны уға СССР композиторҙары Союзы рәйесе Тихон Хренников үҙе бирә.

Сығанаҡ: wikipedia.org

Фото: discogs.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: