Ташшишмәнең һыуы ҡеүәт бирһә,
Ҡанат ҡуйҙы Башҡортостаның.
Тар булғандыр һиңә Урал күге,
Күрҙе донъя ҡоштай осҡаның.
Ә ул осоу бары башланды бит
Өс йәшеңдә атҡа менеүҙән.
Ат ялына йәбешеп тотоноуҙан,
Ата фатихаһы һеңеүҙән.
Ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу ыласындай,
Ташланғанда дошман өҫтөнә,
Осоуҙы һин ябай бер эш иттең,
Сәсең генә көмөш төҫөндә.
Бөркөт ҡараш, арыҫлан йөрәге,
Бер ни түгел утлы кәртәләр.
Тиңһеҙ яуҙа илдең батыры тип,
Бүләкләндең ике мәртәбә.
Боронғолар белеп әйткән: ир-ат
Бәйгелә һәм яуҙа һынала.
Хәтәр юлдар үтеп һынатманың –
Аҫыл ирҙәр шулай дан ала.
«Беҙҙең Муса батыр», тип яратты
Яҡташтарың, Башҡортостаның.
Ваҡыт еткәс, ерҙән күҙәттең һин
Йәш бөркөттәр нисек осҡанын.
Башаҡтарҙың шауы, имен таңдар
Шул йәш бөркөттәрҙең ҡулында.
Әгәр кәрәк булһа, ул бөркөттәр
Осар һинең данлы юлыңдан.
Ә һин, Муса, батыр толпарыңда
Мәңгелеккә остоң уҡталып,
Башҡортостаныңдан ҡөҙрәт алып,
Ташшишмәңдән шифа һыу алып.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ.