Осоусы, гвардия өлкән лейтенанты Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова Бәләбәйҙә тыуып үҫә. Бер саҡ ҡала эргәһенә самолёт килеп ултырыу ҡыҙ бала күңеленә ҡанат ҡуя - ул һауа киңлектәрен гиҙергә ашҡына. Балашов осоусылар мәктәбендә уҡый. Тбилисиҙа аэроклубта шөғөлләнә, планеристар мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың июленән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. 1942 йылдың сентябренән 46-сы гвардия Тамань төнгө бомбардировщик ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары була. Һуғыштың аҙағына тиклем фронтта фашистарға ҡаршы көрәшә. Кавказда, Белоруссияла, Украинала дошмандарҙы ҡыйрата, Польшаны, Румынияны, Венгрияны гитлерсыларҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 782 хәрби осошта була, һәр төндә 9-10 тапҡыр күккә күтәрелеп, задание үтәй. Ленин, ике Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән Мәғүбә Сыртланова 1945 йылда Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша.
Сығанаҡ: "Башҡортостан календары".
Фото: tatfrontu.ru